From Wikipedia, the free encyclopedia
Бағаряҙ — тау һырты. Көньяҡ Уралда, Башҡортостан биләмәһендә урынлашҡан.
Бағаряҙ | |
---|---|
Характеристики | |
Оҙонлоғо | 9 км |
Киңлеге | 3 км |
Бейек нөктәләре | |
Абсолют бейеклеге | 477 м |
Урынлашыуы | |
53°45′30″ с. ш. 56°39′29″ в. д.HGЯO | |
Ил | |
РФ субъекты | Башҡортостан |
Тау системаһы | Урал тауҙары |
Ишембай һәм Ғафури райондары буйлап субмеридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо 9 км, киңлеге 3 км тиклем, абсолют бейеклеге 477 м. Рельефында текә битләүҙәр һәм ҡаялы яланғас тау тоҡомдары, тау араһы уйһыулыҡтары өҫтөнлөк итә. Аҫҡы карбондың турней ярусы һәм визе ярусының карбонатлы тоҡомдарынан (ҙур һәм ҡатламлы эзбизташтар, аргиллиттар, һирәгерәк доломиттар һ.б.) ғибәрәт. Карст таралған. Рәүҙәк йылғаһының үрге ағымында ер аҫты аҡмалары бар. Ландшафтар киң япраҡлы урмандарҙан (имән, йүкә, йыла, саған) тора. Бағаряҙ итәгендә йоҡа ҡатламлы ташлы һәм һоро урман тупраҡтарында имән урмандары үҫә.
Был Ғафури районы тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |
Был Ишембай районы тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.