Беларусь
Көнсығыш Европала урынлашҡан дәүләт / From Wikipedia, the free encyclopedia
Беларусь (бел. Рэспубліка Беларусь (мәғл.)), рәсми исеме — Беларусь Республикаһы (белар. Республика Беларусь (инф.)) — Көнсығыш Европа дәүләте. 2016 йылдың башына халҡы 9 498 700 кеше тәшкил итә, территорияһы — 207 600 км². Халыҡтың һаны буйынса туҡһан өсөнсө урынды биләй һәм территорияһы буйынса донъяла һикһән дүртенсе урында.
| |||||
Гимн: «Беҙ, беларустар» | |||||
Үҙаллылыҡ датаһы | 26 декабрь 1991 йыл (СССР-ҙан) | ||||
Рәсми телдәр | беларус, урыҫ | ||||
Баш ҡала | Минск | ||||
Эре ҡалалар | Минск, Гомель, Могилёв, Витебск, Гродно, Брест | ||||
Идара итеү төрө | президент республикаһы[1] | ||||
Президент Премьер-министр | Александр Лукашенко Андрей Кобяков[2] | ||||
Территория • Бөтәһе • % һыу өҫтө | 84 207 600[3] км² 2,26 %[3] | ||||
Халыҡ • Һаны (2015) • Халыҡ тығыҙлығы | ▲9 498 700[4] чел. (93) 46[5] чел./км² | ||||
ЭТП (ППС) • Бөтәһе • На душу населения |
166,786 млрд[6] долл. 17 620[6] долл. | ||||
ЭТП (номинал) • Бөтәһе • Бер кешегә |
71,71 млрд[6] долл. 7664[7] долл. | ||||
ИЧР (2013) | ▲ 0,786[8] (юғары) (53 урын) | ||||
Этнохороним | беларуслылар | ||||
Валюта | беларус һумы (BYR, код 974) | ||||
Интернет-домен | .by[d] һәм .бел[d] | ||||
Код ISO | BY | ||||
МОК коды | BLR | ||||
Телефон коды | +375 | ||||
Сәғәт бүлкәте | UTC+3:00[d][9] һәм Европа/Минск[d][10] |
Дәүләттең баш ҡалаһы һәм иң эре ҡалаһы — Минск. Дәүләт телдәре булып беларус теле һәм урыҫ теле тора.
Унитар дәүләт, президент республикаһы. 20 июль, 1994 йыл. Президент посын Александр Лукашенко алды. Һуңынан шулай уҡ 2001, 2006, 2010 һәм 2015 йылдарҙағы һайлауҙарҙа ул, еңеп сығып, Президент булып ҡалды.
6 өлкәгә бүленгән. Минск ҡалаһы республика буйһоноуындағы ҡала статуслы.
Төньяҡ-көнбайышта республика — Литва, Польша, төньяҡта — Латвия, көнсығышта — Рәсәй Федерацияһы, көньяҡта — Украина менән сиктәш.
Һатып алыу һәләте 2013 йылда 166,786 млрд доллар тәшкил иткән (яҡынса йән башына 17 620 АҠШ доллары). Аҡса берәмеге — беларус һумы.
1919 йылдың 1 ғинуарында Беларусь Совет Социалистик Республикаһы төҙөлә. Ул совет республикаларының дүртәүһе араһында 1922 йылдың 30 декабрендә СССР төҙөү тураһындағы Килешеүгә ҡул ҡуйыусыларҙың береһе. 1991 йылдың 19 сентябрендә был ил «Республика Беларусь» тип атала башлай, һәм ошо ваҡытта уның яңы гербы, флагы, шулай уҡ яңы Конституцияһы һәм граждандар паспорты булдырылды. 1991 йылдың 8 декабрендә РСФСР һәм Украина араһында БДБ төҙөү тураһында Килешеүгә ҡул ҡуйылды.
Беларусь Республикаһы БМО, БДБ, ОДКБ, ЕврАзЭС, Союздаш дәүләттең һәм ЕАЭС-тың ойоштороусыһы.