Береговой Георгий Тимофеевич
СССР-ҙың 12-се лётчик-космонавты, СССР-ҙың атҡаҙанған лётчик-һынаусыһы, авиация генерал-лейтенанты / From Wikipedia, the free encyclopedia
Гео́ргий Тимофе́евич Берегово́й (15 апрель 1921, Украин ССР-ы Полтава губернаһы, Карлов районы Фёдоровка ауылы — 30 июнь 1995, Мәскәү, Рәсәй) — СССР-ҙың 12-се лётчик-космонавты, СССР-ҙың атҡаҙанған лётчик-һынаусыһы, авиация генерал-лейтенанты, психология фәндәре кандидаты. Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы (беренсе Герой йондоҙона Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән батырлыҡтары өсөн, ә икенсе Герой йондоҙона йыһанға осҡаны өсөн лайыҡ булған берҙән-бер кеше). СССР Дәүләт премияһы лауреаты (1981).
Ҡалып:ФИО
Георгий Тимофеевич Береговой | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
270 | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Хеҙмәт иткән урыны | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Ғәскәр төрө | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Хеҙмәт итеү йылдары | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Хәрби звание | генерал-лейтенант | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Часть |
90-сы гвардия штурм авиация полкы | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Хәрби алыш/һуғыш | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Наградалар һәм премиялар |
Иностранных государств:
|
Береговой йыһан орбитаһында булған кешеләрҙең барыһынан да алдараҡ тыуған (Ул Джон Гленндан 3 айға алдараҡ, әммә 1963 йылда North American X-15 карабында суборбиталь йыһан осоштары яһаған һәм 1966 йылда, Береговой осҡанға тиклем, һәләк булған Джо Уокерҙан һуңыраҡ тыуған). 47 йәшендә йыһанға осоп, Береговой бер нисә йыл дауамында (1974 йылда уны Лев Дёмин уҙып китә) орбитала булған иң өлкән кеше, тип иҫәпләнгән.
1968 йылдың 26-29 октябрендә, В.М. Комаровтың (1967 йылдың 24 апрелендә «Союз» карабында) фажиғәле һәләк булыуынан йыл ярым үткәндән һуң, «Союз-3» карабында йыһанға осош яһай.
1969 йылдың 22 ғинуарында Кремлдә Боровицкий ҡапҡаһы янында теракт ҡорбаны [1] була яҙа.