Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре
ете әмирлектән торған федератив дәүләт / From Wikipedia, the free encyclopedia
Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре (ғәр. الإمارات العربية المتحدة — әл-Имарат әл-Арабия әл-Муттахида) — ете әмирлектән (ғәр. إمارات — имарат, إمارة — имара) торған федератив дәүләт. Һәр әмирлек абсолют монархия төҙөлөшөндәге дәүләт: Әбү-Даби, Ғәжмән, Дубай, Рәс-әл-Хәймә, Үмм-әл-Ҡайуайн, Әл-Фүжәйрә һәм Шәржә (Шәрҡиә). Һанап үтелгән әмирлектәрҙең ҡайһы бере кәрлә дәуләт тигән төшөнсәгә тура килә. Иң ҙур әмирлек Әбү-Дәбиҙың әмире Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренең президенты булып тора. Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренең баш ҡалаһы — Әбү-Дәби ҡалаһы.
| |||||
Девиз: «Аллаһ, Милләт, Президент» | |||||
Государственный гимн Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре | |||||
Үҙаллылыҡ датаһы | 2 декабрь 1971 ( Бөйөк Британиянан) | ||||
Рәсми тел | ғәрәп | ||||
Баш ҡала | Абу-Даби | ||||
Идара итеү төрө | Федератив монархия | ||||
Президент
Вице-президент, | {{{Етәкселәр}}} | ||||
Дәүләт дине | ислам (сөнниҙәр) | ||||
Территория • Бөтәһе • % һыу өҫтө | 116 83 600 км² 0 | ||||
Халыҡ • Һаны (2012) • Перепись (2005) • Халыҡ тығыҙлығы | 5.0 млн чел. (119) 4-авг чел. 99 чел./км² (110) | ||||
ЭТП (ППС) • Бөтәһе |
271,1 млрд.United Arab Emirates. International Monetary Fund. долл. | ||||
ЭТП (номинал) • Бөтәһе • Бер кешегә |
384,196 млрд. долл. 71 637,554 долл. | ||||
ИЧР (2011) | ▲ 0,846 United Nations. 2010 (бик юғары) (30 урын) | ||||
Валюта | БҒӘ дирхамы (AED, код 784) | ||||
Интернет-домен | .ae һәм امارات.[d] | ||||
Код ISO | AE | ||||
МОК коды | UAE | ||||
Телефон коды | +971 | ||||
Сәғәт бүлкәте | 4 |
Һәр әмирлек үҙ биләмәһендәге углеводородтарҙы үҙ мәнфәғәтендә файҙалана ала, шуға күрә иң эре һәм бай Әбү-Дәби әмирлегенең йоғонтоһо ҙур. Нефть запасының күләменә ярашлы, һәр әмирлек дөйөм сәйәсәтте билдәләүҙә ҡатнаша. Мәҫәлән, Дубай әмире Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренең хөкүмәт башлығы булып тора.
Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре Азияның көньяҡ-көнбайыш өлөшөндә Ғәрәп ярымутрауының көнсығышында урынлашҡан. Көнбайыштан — Сәғүд Ғәрәбстаны, көньяҡ-көнсығыштан Оман менән сиктәш.
Халҡы 8.5 млн кеше, күпселеге (70 % яҡын) көньяҡ һәм көньяҡ-көнсығыш Азиянан килгән эшселәр. Ерле халҡын нигеҙҙә сөнни мосолмандар тәшкил итә.
Ҙур нефть ятҡылыҡтары бар, нефть экспортлау эске тулайым продукттың байтаҡ өлөшөн алып тора (1980 йылда 73 %, 1995 йылда 41 %[1]). Иҡтисадтың нефть менән бәйле булмаған тармаҡтарын да үҫтереү һөҙөмтәһендә ЭТП-ла нефть тармағының өлөшө 2009—2013 йылдарҙа 40%-тан түбән була.[2]