Билдә
нигә булһа ла билдәле бер мәғәнә биреү тураһында асыҡ йә йәшерен килешеү / From Wikipedia, the free encyclopedia
Билдә — нигә булһа ла билдәле бер мәғәнә биреү тураһында асыҡ йә йәшерен килешеү; билге, тамға һалыу.
Бындай килешеүҙе мәғлүмәт тапшырыу өсөн ҡулланыуҙың аныҡ осрағында билдә тип йөрөтәләр. Билдә ҡатмарлы булырға, йәғни бер нисә башҡа билдәнән торорға мөмкин.
Цифрҙар һандарҙың билдәһе булып тора. Хәрефтәр өндәрҙең билдәһе була һәм һүҙҙәр менән бергә кеше теленең билдәһе була.[прояснить]
Совет һәм Рәсәй әҙәбиәт белгесе, семиотик Ю. М. Лотман раҫлауынса, билдәләр ике төркөмгә бүленә: шартлы һәм рәсемле.
- Шартлы билдә — сағылыш менән йөкмәтке араһында эске бәйләнеш юҡ. Иң киң таралған шартлы билдә — һүҙ.
- Рәсемле йәки икона рәүешендәге билдә — мәғәнәне сағылдырған билдә. Иң киң таралған рәсемле билдә — һүрәт.
Билдә системалары тураһындағы фән семиотика тип атала. Билдәнең барлыҡҡа килеү күренеше семиотизация була.