Бойондороҡһоҙлоҡ буйынса Македония референдумы (1991)
From Wikipedia, the free encyclopedia
Бойондороҡһоҙлоҡ буйынса Македония референдумы 1991 йылдың 8 сентябрендә Югославия социалистик федератив республикаһынан Македонияның бойондороҡһоҙ булыуын иғлан ителеүен хуплау өсөн үткәрелә. Һайлаусыларҙың күпселеге, һайлауға килгәндәрҙең 76%-ы, бойондороҡһоҙлоҡ өсөн тауыш бирә (96,4 %)[1].
Ҡыҫҡа факттар Дәүләт, Юрисдикция таралышы ...
Бойондороҡһоҙлоҡ буйынса Македония референдумы | |
Дәүләт | Югославия Социалистик Федератив Республикаһы[d] |
---|---|
Юрисдикция таралышы | Төньяҡ Македония |
Ваҡиға ваҡыты | 8 сентябрь 1991 |
Ябырға
Эре милли диаспоралар йәшәгән АҠШ, Канада һәм Австралияла алдан тауыш биреүҙәр үткәрелә. Македонияның бөтә сәйәси лидерҙары тауыш биреүгә саҡыра. Шуға ҡарамаҫтан албан милләтенән булғандар, үҙҙәрен ҡыйырһытылған аҙ һанлы халыҡ тип иҫәпләп, референдумға бойкот иғлан итә.