Бутҡа
From Wikipedia, the free encyclopedia
Бутҡа — һыуҙа (йәиһә һөттә), ҡайһы бер айырым осраҡта тоҙ, шәкәр, тәмләткестәр, емеш-еләк һәм кипкән емештәр, ҡайнатмалар ҡушып, бөртөклөләрҙән бешерелгән ашамлыҡ ул.
Бутҡа рус халыҡ аш-һыуында (кухняһында) киң таралған; күп илдәрҙә традицион иртәнге аш. Традиция (йола) буйынса бутҡаны балсыҡ һәм суйын һауыттарҙа мейестә бешергәндәр, хәҙер шулай уҡ кәстрүлдә кухня плитаһында йәки СВЧ-мейестәге махсус һауытта бешерәләр.
Рәсәйҙә армияла, бигерәк тә поход шарттарында, иң йыш әҙерләнгән эҫе ашамлыҡ төрө ул бутҡа булған. Шунандыр ҙа, армиялағы ашнаҡсыны йыш осраҡта «бутҡа бешереүсе» («кашевар») тип атау киң таралған. Ә һалдаттар үҙҙәре ҡайһы бер бутҡа төрҙәренә жаргон атамалар биргән, мәҫәлән, арпа бутҡаһын армияла үҙенсәлекле тышҡы күренеше менән хәрби жаргонса шрапнель йәки болт тип йөрөтөләр. Шулай уҡ армияла арпа һәм һоло бутҡаларын кирзуха тиҙәр, арпа бутҡаһын тағы наркоман бутҡаһы (бөртөклөнөң рус телендәге атамаһын боҙоп әйткәндән — пёрловая) тип тә атайҙар.
Бутҡа шулай уҡ балалар туҡланыуының айырылғыһыҙ өлөшө булып тора.
Бутҡаға һөт, зәйтүн емеше, брынза, аҙ миҡдарҙа майлы сыр, аҡ май, йөҙөм, ҡураға, киптерелгән емеш-еләк һәм башҡа файҙалы һәм тәмле өҫтәмәләр ҡушып ашарға була.