From Wikipedia, the free encyclopedia
Бәләкәй ҡыуаҡлыҡтар — ағас һымаҡ үҫемлектәр йәшәү формаһының береһе. Был тәбәшәк буйлы (бейеклеге бер нисә тиҫтә сантиметрҙан артмай), төп олоно булмаған тармаҡлы һабаҡлы күп йыллыҡ үҫемлектәр.
Бәләкәй ҡыуаҡлыҡ | |
Асыусы йәки уйлап табыусы | Иван Григорьевич Серебряков[d] |
---|
Ғәҙәттә был үҫемлектәр ергә ятып, йәйелеп үҫә.
Һабаҡтары 5-12 йылдан артыҡ йәшәмәй, ләкин тамырҙары күпкә оҙағыраҡ йәшәй ала (көртмәленеке — ике йөҙ йылға тиклем). Тамырҙары ер өҫтөндәге өлөшөнән күпкә ҡеүәтлерәк булыусан, мәҫәлән, ҡара көртмәле тамырҙарының оҙонлоғо өс метрға етә.
Ҡыуаҡ һабаҡтарында йыллыҡ үҫеш күренеп тора — ҡойолған япраҡтарҙан бөрө төйөндәре ҡала (ҡыҙыл көртмәле, ҡара көртмәле, мүк еләге).
Бәләкәй ҡыуаҡлыҡтар тундраларҙа, һаҙлыҡтарҙа, ылыҫлы урмандарҙа, бейек таулыҡтарҙа таралған.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.