Бөйөк Карлдың тажы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Империя тажы йәки Бөйөк Карлдың тажы (нем. Reichskrone) — Изге Рим империяһы королдәренең һәм императорҙарының тажы (коронаһы). Конрад II-нән аып иртә Урта быуаттарҙың барлыҡ тиерлек герман монархтары ошо тажды кейгәндәр. Таждың X быуат аҙағында яһалыуы бик ихтимал. Тәүге тапҡыр XII быуатта телгә алына.
Империя тәреһе (нем. Reichskreuz), империя ҡылысы (нем. Reichsschwert) һәм изге һөңгө (нем. Heilige Lanze) менән бер рәттән таж император регалияларының (нем. Reichskleinodien) иң мөһим өлөшө булған. Таж кейҙереү тантанаһында таж яңы монарҡа скипетр (нем. Zepter) һәм держава (нем. Reichsapfel) менән берлектә тапшырылған. Изге Римп империяһының император регалиялары, бигерәкт Бөйөк Карлдың тажы, 1424 йылдан 1796 йылға тиклем Франк дәүләтенең тарихи баш ҡалаһы Нюрнбергта һаҡланған һәм тик яңы императорға таж кейҙереү урынына ғына сығарылған, бынан һуң йәнә һаҡланған урынына ҡайтарылған. 1796 йылда Наполеон һуғыштары барышында Нюрнбергты француз ғәскәрҙәре яулап алған, әммә тажды һаҡлауға Регенсбургҡа ебәреп өлгөргәндәр, ә 1800 йылда уны Венаға алып килгәндәр. Хәҙерге ваҡытта таж һәм император регалиялары Австрияның баш ҡалаһы Венала Хофбург һарайында күрһәтелә. сөнки Изге Рим империяһының һуңғы императоры Франц II яҙма йөкләмәләргә ҡарамаҫтан уларҙы ҡайтарыуҙан баш тартҡан. 1938 йылда Нюрнбергҡа ҡайтарылған, ә 1946 йылда йәнә Венаға килтерелгән. Хоҡуҡи статусы көйләнелмәгәнгә күрә Австрияның хөкүмәте тажды сит илдә күрһәтеүҙән баш тарта.