Бөйөк Лукиҙы ҡамау
From Wikipedia, the free encyclopedia
Бөйөк Лукиҙы ҡамау — 1580 йылда Стефан Баторийҙың икенсе кампания барышында Речь Посполитая ғәскәре тарафынан Бөйөк Лукиҙы ҡамау һәм алыу. Бөйөк Луки ҡәлғәһе ҙур стратегик әһәмиәткә эйә була, сөнки уны алыу осрағында поляк ғәскәре өсөн Рус дәүләтенең территорияһына инеү мөмкинлеге һәм маневрҙар өсөн байтаҡ арауыҡ асыла. Атап әйткәндә, Псков һәм Новгород, шулай уҡ Тверь һәм Мәскәүгә һөжүм итеү мөмкин була. Шул уҡ ваҡытта Баторийға төньяҡ-көнбайыш ерҙәрҙә урынлашҡан рус ғәскәрҙәрен үҙәктән айырып алыу мөмкинлеге тыуа.
Ҡыҫҡа факттар Урынлашыу, Ваҡиға ваҡыты ...
Бөйөк Лукиҙы ҡамау | |
Урынлашыу | Бөйөк Луки |
---|---|
Ваҡиға ваҡыты | 5 сентябрь 1580 |
Башланыу датаһы | 1 сентябрь 1580 |
Тамамланыу датаһы | 5 сентябрь 1580 |
Ябырға