Вампир
From Wikipedia, the free encyclopedia
Вампир (иҫке слав. вѫпырь, пол. wąpierz), йәки убыр, йәки вурдала́к[1] — Европа халыҡтарының түбәнге мифологияһында (низшая мифология народов Европы) тере, ярымүле йәки үле йән эйәһе, төнгө йәшәү рәүеше алып бара, кешеләрҙең ҡанын һура, һаташыу ебәрә.
Вампир | |
| |
Мифология |
|
---|---|
Башҡа мәҙәниәттә | |
Вампир Викимилектә | |
Вампирҙар тип яуыздар, үҙ-үҙенә ҡул һалыусылар, енәйәтселәр, үҙ-үҙенә ҡул һалыусылар, ваҡытынан алда вафат булғандар йәки башҡа вампирҙар тешләүенән зарарланғандар иҫәпләнә[2]. Вампир образы кинола һәм нәфис әҙәбиәттә йыш осрай, шулай ҙа нәфис әҙәбиәт әҫәр вампирҙарының мифологик вампирҙарҙан айырмалары бар (ҡара: ). Фольклорҙа термин ғәҙәттә Көнсығыш Европа легендаларындағы ҡан эскес затҡа ҡарата ҡулланыла, ләкин йыш ҡына башҡа илдәрҙән һәм мәҙәниәттәрҙән килгән оҡшаш йән эйәләрен дә вампир тип атайҙар. Көнсығыш славяндарҙа шундай уҡ фольклор персонажы —убыр (упырь). Төрлө риүәйәттәрҙә вампирҙың үҙенсәлектәре ныҡ айырыла. Ҡайһы бер мәҙәниәттәрҙә кеше булмаған вампирҙар (мәҫәлән, ярғанаттар эттәр һәм үрмәкселәр) тураһында тарихтар бар. Биологияла «вампирлыҡ» термины һөлөктәргә, ҡан эсеүсе ярғанаттарға һәм йән эйәләренең тән шыйыҡсаһы менән туҡланыусы башҡа организмдарға ҡарата ҡулланыла. Был термин менән ҡорбандарының көсөн, энергияһын һурып алыусы йәки ғүмерен өҙөүсе теләһә ниндәй мифологик сихри йән эйәһен атауҙары мөмкин. Мифик йән эйәләрен, ҡан менән туҡланмаһалар ҙа, йыш ҡына вампир тип йөрөтөләр.