From Wikipedia, the free encyclopedia
«Викимәғлүмәттәр» (ингл. Wikidata) — Викимедиа Фонды булдырған белем базаһын бергә мөхәррирләүҙе ойоштороу. Википедия мәҡәләләрендә булған мәғлүмәтте үҙәкләштерелгән һаҡлауҙы тәьмин итеү өсөн ҡулланыла — мәҫәлән, интервики-һылтанма, йәки статуслы мәҡәләләрҙең, исемлектәрҙең йәки статистика мәғлүмәттәренең: тыуыу датаһы, халыҡ һаны һ.б. значоктары (билдәләмәләре).[14] Викимәғлүмәттәр йөкмәткеһе Creative Commons CC0[15] лицензияһы буйынса таратыла.
Проект рәсми рәүештә 2012 йылдың 30 октябренән эшләй, Wikimedia Deutschland — немец Викимедиаһы — етәкселегендә эшләй башланы. 2006 йылдан алып «Викимәғлүмәттәр» Викимедиа фондының тәүге яңы проекты булды[16]. Проект урындағы Allen Institute for Artificial Intelligence, Gordon and Betty Moore Foundation һәм Google (компания) милекселәренең дөйөм суммаһы — 1,3 миллион евро тәшкил иткән иғәнәләре иҫәбенә тормошҡа ашырылған[17][18].
Проектты тормошҡа ашырыу өс этапҡа бүленде:
Раҫлауҙар — ул билдәле элемент тураһында теләһә ниндәй мәғлүмәтте һаҡлау ысулы. Формаль яҡтан, улар бер йәки бер нисә үҙенсәлектәрҙең (мәҫ., «автор», йәки «баҫманың датаһы») тап килеүен һаҡлаған асҡыс-мәғәнә парҙан тора (мәҫәлән, «Артур Конан-Дойл» йәки «1902»). Мәҫәлән, рәсми булмаған раҫлама «һөт — аҡ» (ингл. milk is white) парҙы һаҡлаған раҫлама ярҙамында кодланған булыр ине. Мәҫәлән, Q8495 (һөт) https://www.wikidata.org/wiki/Q8495 тип яҙылғанда Q23444 (аҡ) https://www.wikidata.org/wiki/Q23444 мәғәнәһендә P462 (төҫ) — https://www.wikidata.org/wiki/Property:P462 билдәһенән торған был пар.
Раҫлауҙар үҙенсәлек һәм берәүҙән күберәк мәғәнәләр араһындағы мөнәсәбәттәрҙе билдәләй ала. Мәҫәлән, Мария Кюри өсөн «occupation» (шөғөлдәр төрө) үҙенсәлеге, шул рәүешле уның теге йәки был эш менән шөғөлләнеүен сағылдырыу маҡсатында, «физик» һәм «химик» мәғәнәләре менән бәйле булыуы мөмкин була алыр ине[21].
Викимәғлүмәттәрҙең башҡа яҙмаларын, юлдарҙы, һандарҙы йәки фото/видео менән файлдарҙы индергәндә, уларҙы ниндәй типтағы мәғәнә менән бәйләргә мөмкин булыуын билдәләй. Мәҫәлән, «рәсми сайт» үҙенсәлеге «URL» тибындағы мәғәнәләргә ярашлы тип табылырға мөмкин[22]. Шулай уҡ үҙенсәлектәр уларҙы файҙаланыу мөмкинлегенә ҡарата ҡатмарлыраҡ ҡағиҙәләрҙе билдәләй ала.
Был ҡағиҙәләр «сикләү» (ингл. constraints) тип атала. Мәҫәлән, «баш ҡала» үҙенсәлеге «берҙән-бер мәғәнәгә сикләү»ҙе (ингл. single value constraint) үҙ эсенә ала, шуның менән ул теләһә ниндәй территорияның (ғәҙәттә) бер генә баш ҡалаһы булыуын сағылдыра. Сикләүҙәр, ҡаҡшамаҫ ҡағиҙәләр тип түгел, иҫкәрмә рәүешендә аңлатыла[23].
Теләк булғанда, раҫлауҙың мәғәнәһен асыҡлау өсөн квалификаторҙарҙы (ингл. qualifiers) файҙаланып була. Улар ошо раҫлау контексында өҫтәмә мәғлүмәт бирә. Мәҫәлән, «халыҡ» үҙенсәлеген «2011 йылға ҡарата» квалификаторы ярҙамында киңәйтергә мөмкин. Раҫлауҙар контентты дәлилләүҙе күрһәткән һылтанмалар менән дә тәьмин ителеүе мөмкин[24].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.