Википедия:Мәҡәлә эстәлегендә нисбәтлелек
From Wikipedia, the free encyclopedia
ВП:МЭНҠалып:Руководство
Ҡыҫҡаса: Мәҡәләләрҙә күп белгестәрҙең фекеренә ҡаршы килгән әһәмиәтһеҙ факттарға һәм ҡараштарға үтә ҙур иғтибар бирергә ярамай. |
Теманың әһәмиәтле яҡтарын һүрәтләүгә зыян килтереп, әһәмиәтһеҙ берәй аспектына артыҡ ҙур иғтибар бүлергә ярамай. Тикшерелә алған һәм сығанаҡтарға нигеҙләнгән бөтә раҫламалар текст эстәлегендә мөһимлегенә ҡарата нисбәтле урын алырға тейеш.