Википедия:Терминдар буйынса фекерләшеү
From Wikipedia, the free encyclopedia
БашВикила ҡулланылған терминдар һәм һүҙбәйләнештәр буйынса фекер алышыу ярайһы уҡ уңышлы башланды. Урынлы тәҡдимдәр сығарыла, нигеҙле фекерҙәр әйтелә. Әммә, күптәренә әле йомғаҡ яһалмаған. Йомғаҡ яһауҙы яйлап ебәрмәһәк, фекер алышыуыбыҙҙың мәғәнәһе китәсәк. Башланғысыбыҙ туҡтап ҡалыуы ихтимал. Аңлауымса, хакимдар йомғаҡ яһарға тейеш тип уйлайһығыҙ. Хакимдарҙың ундай бурысы ла, хоҡуғы ла ҡаралмаған. Быға тиклем яһалған бер нисә фекер алышыу бәхәсһеҙ ине, икеләнмәйсә йомғаҡ яһаным. Ҡалғандары буйынса ҡарар ҡабул итергә һәм йомғаҡ яһарға шикләнәм. Шуға күрә терминдар буйынса йомғаҡ яһаусылар эшмәкерлеген ойошторорға тәҡдим итәм. Миҫал өсөн РуВикиның Википедия:Подводящие итоги тәжрибәһен ҡарарға була. Уларҙа юйылыуға ҡуйылған мәҡәләләр бик күп, шуға Подводящий итоги статсусын индергәндәр. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 19:29, 12 май 2018 (UTC)
Минең уйымса, был эшмәкәрлекте ике төрлө ойошторорға була. Ҡайһыһындыр һайларға кәрәк, икеһе бергә була алмай:
- ысул. Шәхсән ҡарар ҡабул итеү — теләк белдергән кемгәлер (бер нисә кеше булыуы мөмкин) йомғаҡ яһаусы флагын һайлау аша бирәбеҙ һәм ул кеше фекер алышыуға үҙ-аллы йомғаҡ яһай.
- ысул. Кәмендә өс кешенән торған шура (комиссия) һайлайбыҙ һәм улар бергә кәңәшләшеп ҡарар ҡабул итә. Шура ағзаларын теләк белдергәндәр араһынан һайлап ҡуябыҙ.
- Терминдар буйынса фекерҙәргә йомғаҡ яһаусылар кәрәк
Һайлауҙы асыҡ, йәки йәшерен тауыш биреү аша ойошторорға була. Терминдар буйынса фекер алышыуҙа барыһы ла ҡатнаша ала. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 19:29, 12 май 2018 (UTC)
|