Википедия:VRT
From Wikipedia, the free encyclopedia
VRT (ингл. Volunteer Response Team) — Викимедиа фонды һәм уның айырым проекттары адресына килгән хаттарға яуап биреүсе ирекмәндәр төркөмө. Элек, 2021 йылдың уртаһына тиклем, OTRS тигән программа тәьминәте файҙаланып, шуның исеме менән йөрөтөлә.
VRTS (ингл. Volunteer Response Team System) — VRT ҡатнашыусыларының үҙ эшендә файҙаланған программа тәьминәтенең дөйөм атамаһы. Хатлашыу конфиденциаль булғанлыҡтан VRTS-ты бик аҙ һанлы ҡатнашыусылар ғына тотона ала.
Әгәр һеҙ VRTS менән бәйле берәй нәмәне тикшерергә кәрәк булһа йәки һеҙ VRTS-тан алынған мәғлүмәткә нигеҙләнгән ғәмәл менән ризалашмаһағыҙ, уны ҡылыуға ҡатнашлығы булған ҡатнашыусы йә системаға инеү хоҡуғы булған башҡа берәү менән бәйләнешкә инегеҙ. Бындай ғәмәлдәрҙе юҡ итергә ярамай, сөнки VRT ҡатнашыусылары, бәлки, асыҡтан-асыҡ таратып булмай торған конфиденциаль мәғлүмәткә эйәлер.