Вьетнам тарихы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Вьетнам тарихының төп тенденциялары түбәндәгеләр: көньяҡҡа экспансия, географик регионализм һәм үҙәк хакимиәттең төбәк лидерҙарын контролдә тоторға тырышыуы. Шулай уҡ XIX быуат уртаһына тиклем күп быуаттар дауамында Ҡытайҙың Вьетнамға булған йоғонтоһон да онотмаҫҡа кәрәк. Шуны билдәләп үтергә кәрәк, Вьетнам (1804 йылға тиклем 750 йыл буйына «Дайвьет» тигән исем йөрөтә) тарихында көрәшһеҙ үткән осорҙар бик әҙ.