Галилео Галилей
итальян физигы, механик, астроном, XVII быуат философы һәм математигы / From Wikipedia, the free encyclopedia
Галилео Галилей (итал. Galileo Galilei; тулы исеме: Галилео ди Винченцо Бонайути де Галилей (итал. Galileo di Vincenzo Bonaiuti de' Galilei). 1564 йылдың 15 февралендә Пизала тыуған — 1642 йылдың 8 ғинуарында Арчетрила вафат булған) — Италия физигы, механигы, астрономы, фәйләсуфы һәм математигы. Үҙ ваҡытының фәнни үҫешенә ҙур йоғонто яһаған. Беренсе булып күк йөҙө есемдәрен күҙәтеү өсөн телескоп ҡулланған һәм бик мөһим астрономия асыштарын эшләгән. Үҙ хеҙмәттәрендә Аристотелдең метафизикаһынан баш тарта һәм экспериментлы физикаға нигеҙ һала.
Галилео Галилей | |
Galileo Galilei | |
Тыуған көнө |
15 февраль 1564({{padleft:1564|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) |
---|---|
Тыуған урыны |
Пиза, Герцогство Флоренция |
Вафат көнө |
8 ғинуар 1642({{padleft:1642|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:8|2|0}}) (77 йәш) |
Вафат урыны |
Арчетри, Великое герцогство Тосканское |
Ғилми даирәһе |
астроном, физик, философ, математик |
Автограф | |
Ул доньяның гелиоцентризм теорияһын яҡлай һәм шул сәбәпле католик сиркәү менән етди конфликта була.