Германия
Үҙәк Европалағы дәүләт / From Wikipedia, the free encyclopedia
Герма́ния (нем. Deutschland (мәғл.), рәсми атамаһы Герма́ния Федерати́в Республика́һы (нем. Bundesrepublik Deutschland (мәғл.)), ГФР (нем. BRD; шулай уҡ башҡ. Әлмәниә) — Үҙәк Европалағы дәүләт. Биләмәләренең майҙаны — 357 408,74 км²[7]. 2015 йылдың 31 декабренә халыҡ һаны — 82 175 684 жителей[8]. Был күрһәткес буйынса Ер шарында 16-сы (Европала 2-се) урынды алып тора, ә майҙаны буйынса донъяла 62-се урында.
| |||||
Девиз: «нем. Einigkeit und Recht und Freiheit» «башҡ. Берҙәмлек, хоҡуҡ һәм азатлыҡ» | |||||
Гимн: «Өсөнсө строфа «Немецтар йыры»»[1] | |||||
Германия күрһәтелгән (ҡуйы-йәшел):— Европала (асыҡ-йәшел һәм ҡуйы-һоро)— Европа союзында (асыҡ-йәшел) | |||||
Рәсми тел | немец теле | ||||
Баш ҡала | Берлин | ||||
Эре ҡалалар | Берлин, Гамбург, Мюнхен | ||||
Идара итеү төрө | Федератив парламентар республика | ||||
Федераль президенты Федераль канцлеры | Франк-Вальтер Штайнмайер Олаф Шольц | ||||
Территория • Бөтәһе • % һыу өҫтө | 13 357 022 км² 2,18 | ||||
Халыҡ • Һаны (2015) • Халыҡ тығыҙлығы | 81 292 400 чел. (17) 227 чел./км² (58) | ||||
ЭТП • Бөтәһе (2018) • Бер кешегә |
▲ 4,356 трлн[2] долл. (5) 52 558[3] долл. (18) | ||||
ЭТП (номинал) • Бөтәһе (2018) • Бер кешегә |
4,000 трлн[4] долл. (18) 48,264[5] долл. (19) | ||||
ИЧР (2018) | ▲ 0,936[6] (бик юғары) (5 урын) | ||||
Этнохороним | немец, немецтар | ||||
Валюта | евро | ||||
Интернет-домен | .de | ||||
Код ISO | DE | ||||
МОК коды | GER | ||||
Телефон коды | +49 | ||||
Сәғәт бүлкәте | UTC+1 (йәйге ваҡыт — UTC+2) |
Баш ҡалаһы — Берлин. Дәүләт теле — немец теле. Ил халҡының 65 процентҡа яҡыны христиан динен тота.
Дәүләт төҙөлөшө формаһы буйынса түбәндәге 16 административ-территориаль берәмектән — федераль ерҙәрҙән торған федератив дәүләт: Бавария, Баден-Вюртемберг, Берлин, Бранденбург, Бремен, Гамбург, Гессен, Мекленбург-Алғы Померания, Түбәнге Саксония, Рейнланд-Пфальц, Саар, Саксония, Саксония-Анхальт, Төньяҡ Рейн-Вестфалия, Тюрингия, Шлезвиг-Гольштейн. Дәүләт менән идара итеү формаһы — парламент республикаһы. Германия Федератив Республикаһының Федераль канцлеры вазифаһын 2021 йылдың 8 декабренән «Германияның социал-демократик партияһы» ағзаһы Олаф Шольц биләй. Илдәге вәкәләтле функциялар йөкмәтелгән Федераль президент вазифаһында 2017 йылдың 19 мартынан Германияның социаль-демократик партияһы ағзаһы Франк-Вальтер Штайнмайер.
Европа берләшмәһенең уртаһында урынлашҡан Германия төньяҡтан Балтик һәм Төньяҡ диңгеҙҙәре менән сикләнгән. Төньяҡтан Дания, көнсығыштан Польша һәм Чехия, көньяҡтан Австрия һәм Швейцария менән, ә көнбайыштан Франция, Люксембург, Бельгия һәм Нидерланд менән сиктәш.
Германия — иҡтисады тотороҡло үҫеүсе бөйөк дәүләт 2009 йыл йомғаҡтары буйынса илдең эске тулайым продукты күләме 3,24 триллион АҠШ долларын тәшкил иткән, был кеше башына яҡынса 39 442 доллар тигән һүҙ. Илдә ҡулланылған аҡса берәмеге — евро.
Сәнәғәт һәм технологик секторҙарҙың бер нисәһендә донъя кимәлендә алдынғы булған Германия тауарын сит илгә сығарыу йәһәтенән Ер шарында өсөнсө экспортлаусы[9] булыу менән бер ҡатарҙан импорт буйынса ла шул уҡ урында тора[10]. Германияла йәшәү кимәле бик юғары , был күрһәткес буйынса ул донъя рейтингында ныҡлы 4-се урынды биләй. Илдә дәүләт социаль тәьминәт һәм һаулыҡ һаҡлауҙың универсаль системаһын, бушлай юғары белем алыу мөмкинлеген яҡлай[11].
Германия Европа берләшмәһен ойоштороусы илдәрҙең береһе һәм уның даими ағзаһы. Ул шулай уҡ НАТО-ға һәм «Ҙур етәү» ойошмаларына ла инә. Иммиграцияның популярлығы яғынан Америка Ҡушма Штаттарынан ҡала донъяла икенсе урында тора[12].