From Wikipedia, the free encyclopedia
Лариса Ивановна Голубкина (9 март 1940 йыл) — СССР һәм Рәсәй актрисаһы. РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1991). актриса, РСФСР-ҙың халыҡ артисы Андрей Мироновтың тол ҡатыны
Голубкина Лариса Ивановна | |
рус. Лариса Ивановна Голубкина | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ[1] |
---|---|
Гражданлыҡ | Рәсәй |
Тыуған көнө | 9 март 1940[2][3] (84 йәш) |
Тыуған урыны | Мәскәү, СССР[3] |
Хәләл ефете | Андрей Миронов |
Внебрачный партнёр | Алексей Владимирович Баталов[d][4] һәм Николай Георгиевич Щербинский-Арсеньев[d] |
Балалары | Мария Голубкина[d] |
Һөнәр төрө | актёр, йырсы, телетапшырыуҙар алып барыусы |
Уҡыу йорто | Рәсәй театр сәнғәте университеты |
Кемдә уҡыған | Мария Петровна Максакова[d] |
Музыка ҡоралы | вокал[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Голубкина Лариса Ивановна Викимилектә |
Лариса Голубкина 1940 йылдың 9 мартында Мәскәүҙә тыуған. 1955 йылда Мәскәү музыкаль-педагогия училищеһының дирижер-хор бүлегенә уҡырға инә, уны 1959 йылда тамамлай, һуңынан ГИТИС-тың музыкаль комедия бүлегенә уҡырға инә, унда Мария Петровна Максаковала вокал менән шөғөлләнә[5]
ГИТИС-та уҡыған сағында кинола төшә башлай — актрисаның дебюты булып Эльдар Рязановтың «Гусарская баллада» комедияһында ҡатнашыуы тора.
ГИТИС-ты тамамлағандан һуң 1964 йылда Совет Армияһының Үҙәк академия театры актрисаһы була (хәҙер — Рәсәй армияһының Үҙәк академия театры). Күп кенә спектаклдәрҙә ҡатнаша: «Солдат и Ева» (Ева), «Ренальдо идёт в бой» (Анжелика), «Давным-давно» (Шурочка Азарова). «Раскинулось море широко» (Елена), «Закон вечности» (Мари), «Последний пылко влюблённый» (3 роли), «Любовь— книга золотая» (Екатерина II) һәм башҡалар[6].
«Лариса Голубкина бенефисы» телевизион спектаклендә ҡатнаша (1974), тамашаны Бернард Шоуҙың «Пигмалион» спектакле сюжеты буйынса режиссёр Евгений Гинзбург төшөрә, унда Голубкина Элиза Дулитлды уйнай. Спектакль музыкаль номерҙар, заман йырҙары, пародиялы эпизодтар һәм лирик сигенеүҙәр менән тулыландырыла. «Бенефис» Бөйөк Британияла, Сопотта телевизион күңел асыу тапшырыуҙарының XVII халыҡ-ара конкурсында уңыш яулай (1977), «Гәлсәр антенна» призына лайыҡ була[6].
Театр эшмәкәрлеге менән бер рәттән Голубкина 1960 йылдарҙан эстрадала сығыш яһай башлай, Клавдия Шульженко репертуарынан йырҙар, боронғо урыҫ совет композиторҙарының йырҙарын һәм боронғо романстар башҡара, Л Утесов, А. Кролл оркестры, В.Маликов етәкселеге аҫтында квартет, Е. Выставкин идаралығында квартет, пианистар Д. Ашкенази, Мандрус Б, Л. Кауфман, С. Коган менән эшләй. 1970—1980 йылдарҙа үҙенең ире Андрей Миронов һәм аккомпаниатор Л. Оганезов менән СССР буйлап гастролдәрҙә йөрөй. Яйлап романс репертуары Голубкинала өҫтөнлөк итә башлай. 1991 йылда Мәскәүҙә «Рәсәй» дәүләт үҙәк концерт залында тәүге соло концерты үтә, унда Голубкина Н. Осипов исемендәге халыҡ инструменттары оркестры ҡатнашлығында рус романстары башҡара. Н. Осипов оркестры һәм пианистар Л.Оганезов һәм А.Бисеров менән бергә компакт-диск сығара (1992), уға «Тёмно-вишнёвая шаль», «О, позабудь» (Т. Котляревская музыкаһы), «У камина» (П. Баторин музыкаһы). «Если можешь — прости» (Островский музыкаһы, И. Аркадьев һүҙҙәренә), «Только раз» (В. Фомин музыкаһы,П. Герман һүҙҙәре), «Караван» (Б. Прозоровский муз. , Б. Тимофеев һүҙҙәре), «Мы только знакомы» (Б. Прозоровский музыкаһы, Л. Пеньковский һүҙҙәре), «Ночь светла» (Н. Шишкин музыкаһы, М. Языков һүҙҙәре) һ. б.[6]
1999 йылда башҡа билдәле артистар менән бергә Виктор Мережко һәм композитор Евгений Бедненко «Театр һәм кино йондоҙҙары йырлай» проектында ҡатнаша, унда рус романстарын башҡарыусы булараҡ сығыш яһай. Проекттың һөҙөмтәһе булып АҠШ-та сығарылған һәм «Радио МПС» тәржемә ителгән музыкаль диск тора.
Саҡырылған артист булараҡ А. С. Пушкин исемендәге Мәскәү драма театрында эшләй.
Әлеге ваҡытта пианистар А. А. Бисеров һәм А. Сариев менән Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә сығыш яһай. Андрей Миронов исемендәге актёр йырының Бөтә Рәсәй конкурсында даими жюри ағзаһы булып тора (1990 йылдан үтә).
«Артлото» һәм «Иртәнге почта» телевизион тапшырыуҙар алып барыусы, «Точь в точь» (2015) телетапшырыуында ҡатнашыусы булараҡ сығыш яһай (2015).
Әсәһе — Голубкина Клавдия Михайловна (1914—1985)[7] кейем бесеүсе була, атаһы — Голубкин Иван Павлович (1916—1996) — хәрби. Рязань өлкәһе Мотовилово ауылы зыяратында ерләнә.
Икенсе пландағы төп ролдәрҙе башҡара: (Агниска, «Нашествие», Елена, «Раскинулось море широко», Лена Огородникова, «Спутники»)
Хәҙерге ваҡытта ЦАТРА «Ма-Мурэ», «Көньяҡ/Төньяҡ» һәм «ЛАРИСА ГОЛУБКИНА. ЗАПЛАТКИ» театры спектаклдәренә шөғөлләнә. Шулай уҡ Пушкин исемендәге «Девичник CLUB» Тетары спектаклендә уйнай[12].
Йыл | Исеме | Роль | |
---|---|---|---|
1962 | ф | Гусарская баллада | Шурочка Азарова / "корнет Азаров" |
1963 | ф | День счастья | Рита, соседка Шуры |
1964 | ф | Дайте жалобную книгу | Татьяна Александровна Шумова, директор ресторана |
1965 | ф | Как вас теперь называть? | Лидия Костюк, советская разведчица |
1966 | ф | Сказка о царе Салтане | Царица |
1971 | ф | Освобождение | Зоя, медсестра, любимая девушка Цветаева
Ҡалып:ВТелеспектакле Ҡалып:ВТелеспектакле Ҡалып:ВТелеспектакле Ҡалып:ВТелеспектакле |
1979 | ф | Трое в лодке, не считая собаки | Энн
Ҡалып:ВТелеспектакле |
1984 | ф | Вместе с Дунаевским | песни и танцы |
1985 | ф | Грустить не надо | песни и танцы |
1993 | с | Трагедия века | Зоя |
1994 | ф | Простодушный | Алоиза, «тётушка»
Ҡалып:ВмФильме |
2001 | ф | Мамука | эпизод
Ҡалып:ВТелеспектакле |
2007 | ф | Живописная авантюра | Маргарита Михайловна Гагарина |
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.