![cover image](https://wikiwandv2-19431.kxcdn.com/_next/image?url=https://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/1/1b/Palau_G%25C3%25BCell%252C_Antoni_Gaudi%252C_Barcelona_2.jpg/640px-Palau_G%25C3%25BCell%252C_Antoni_Gaudi%252C_Barcelona_2.jpg&w=640&q=50)
Гуэль һарайы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Гуэль һарайы[3] (кат.Palau Güell) — Барселонала Каррер-ноу-ла-Рамбла урамындағы ҡала торлаҡ йорто (кат. Carrer Nou de la Rambla), каталон сәнәғәтсеһе Эусеби Гуэль заказы буйынса Антони Гауди төҙөгән.
Гуэль һарайы | |
кат. Palau Güell | |
Нигеҙләү датаһы | 1890 |
---|---|
![]() | |
![]() | |
Кем хөрмәтенә аталған | Эусеби Гуэль[d] |
Дәүләт |
![]() |
Административ-территориаль берәмек | Эль Раваль[d][2] |
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән | сүкелгән тимер[d], тренкадис[d] һәм таш[d] |
Архитектор | Антони Гауди |
Архитектура стиле | каталонский модернизм[d] |
Ҡат һаны | 7 |
Мираҫ статусы | объект культурного наследия Испании[d][1], Бөтә донъя мираҫының өлөшө[d] һәм культурное достояние Каталонии национального уровня[d] |
Майҙан |
0,17 гектар, 3,66 гектар, 17 700 квадрат метр |
Адрес | Nou de la Rambla, 3-5 |
![]() | |
Рәсми сайт |
inici.palauguell.cat/ca inici.palauguell.cat/es inici.palauguell.cat/en |
Категория Викисклада для интерьера элемента | Category:Interior of Palau Güell[d] |
![]() |
1885—1890 йылдарҙа төҙөлгән һарай данлыҡлы архитекторҙың иң иртә эштәренең береһе булып тора. Һарай проектында тәүге тапҡыр декоратив һәм структура элементтарының берләшеүе сағылыш тапҡан, ул аҙаҡ уның ижадының үҙенсәлекле һыҙаты булып тора. Гауди декоратив биҙәлештә ҡорос конструкцияларҙы төрлөсә ҡуллана. Һарайҙа ул яҫы византия көмбәҙҙәрен проектлай. Бинаның фасадында ике пар ҙур ҡапҡалар айырылып тора, улар аша ат экипаждары,арбалар туранан тура аҫтағы ат аҙбарҙарына һәм мөгәрәптәргә үтеп инә алған, шул уҡ ваҡытта ҡунаҡтар баҫҡыстар буйлап өҫкө ҡаттарға күтәрелгәндәр.
Гаудиның был ижад емешендә архитекторҙың эклетик стилдән баш тартып башҡа формаларҙы эҙләүгә ынтылышы күҙәтелә. Әгәр фасады күпмелер кимәлдә венеция палаццоһын хәтерләтһә, һарайҙың эске интерьерҙары биҙәү-ҡулланма сәнғәтенең әҫәрҙәрен, һарай өсөн махсус эшләнгән йыһаздарҙы берләштергән бай йыһазды асып бирә. Һарайҙың стеналары һәм көмбәҙҙәренең биҙәлеше үҙенсәлекле. Һарай ҡыйығындағы төнлөктәре төрлө фигуралар формаһында башҡарылған һәм Гауди паркын хәтерләтә.
1984 йылда Гуэль һарайы Гаудиның башҡа архитектура шедеврҙары менән бергә ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелә.