Дацзу ҡая рельефтары
From Wikipedia, the free encyclopedia
Дацзу (ҡыт. ябайл. 大足石刻, пиньин: Dàzú Shíkè) — Ҡытай Халыҡ Республикаһы Чунцин ҡалаһының Дацзу районында Бэйшань, Баодиншань, Наньшань, Шичжуаншань һәм Шимэньшань тауҙарында урынлашҡан һәм VII—X ҡараған боронғо ҡая рельефтары комплексы. Был комплекс 75 һаҡланыусы участоктарҙан тора. Дөйөм алғанда бында буддизм, конфуциан, даосизм һәм донъяуи тематикаларға ҡараған 50000-дән кәм булмаған һәйкәл иҫәпләнә, уларҙа яҙыуҙар һәм эпиграфтар булараҡ 100000-ән ашыу иероглифтар уйылып яҙылған. Улар араһында иң билдәле скульптура — «Нирвана Шакьямуни», ул 31 метр оҙонлоғондағы Будданы бер яғында йоҡлап ятҡан килеш һүрәтләй.
Дацзу ҡая рельефтары* | |
---|---|
ҡыт. ябайл. 大足石刻, пиньин: Dàzú Shíkè** | |
ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы | |
Dazu.jpg | |
Дацзу ҡая рельефтары | |
Илдәр | Ҡытай |
Тибы | мәҙәни |
Критерийҙар | i, ii, iii |
Һылтанма | 912 |
Төбәктәр*** | Азия-Океания |
Индерелгән | 1999 (23 сессияла) |
* Название в официальном рус. списке ** Название в официальном англ. списке *** Регион по классификации ЮНЕСКО |
Дацзу ҡая рельефтары | |
Дәүләт |
![]() |
---|---|
Мираҫ статусы | Бөтә донъя мираҫы |
Майҙаны |
20,41 гектар, 211,12 гектар |
Бөтә донъя мәҙәни мираҫы исемлегенә индереү критерийы | (i)[d][1], (ii)[d][1] һәм (iii)[d][1] |
![]() |
1961 йылда Бэйшань һәм Баодиншань тауҙарындағы боронғо ҡая рельефтары комплексы 1-45 һәм 1-46 һандары аҫтында Ҡытай Халыҡ Республикаһының ҡомартҡылары исемлегенә индерелә. 1999 йылда Дацзу ғибәҙәтханалар һәм мәмерйәләр комплексы «буддизм, даосизм һәм конфуцианлыҡтың ҡабатланмаҫ гармоник синтезын тормошҡа ашырыу» булараҡ ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы ҡомартҡылары исемлегенә индерелә.