Деизм
From Wikipedia, the free encyclopedia
Деи́зм (лат. deus — Илаһ) — алланың ғаләмде барлыҡҡа килтереүен, ләкин тәбиғәткә һәм йәмғиәт тормошона йоғонто яһай алмауын раҫлаусы дини-фәлсәфәүи тәғлимәт[1]; ғаләмде барлыҡҡа килтереүсе — алла, ләкин ул тәбиғәткә һәм йәмғиәткә йоғонто яһамай тип раҫлаған тәғлимәт[2].
Илаһты доньяның йәшәү ҡанундары нигеҙҙәрен тыуҙырған доньяүи аң, аҡыл тип таный, әмма доньялағы хәлдәрҙең үҙгәрешенә ҡатнашмай тигән фекерҙе алға һөрә. Деизмға нигеҙ һалыусы булып инглиз философы лорд Чербери (XVII быуат) һанала. Әлеге тәғлимәт Мәғрифәтселек осорондағы фекер эйәләре араһында киң тарала.