Диктант
From Wikipedia, the free encyclopedia
Диктант — күнекмә, яҙма эш[1]. Туған, дәүләт һәм сит ил телдәрен өйрәнеүселәрҙе дөрөҫ яҙырға өйрәтеү, уларҙың телде белеү кимәлен тикшереү һәм нығытыу өсөн ҡулланыла. Күнекмә ваҡытында диктор һөйләмдәрҙе яй ғына уҡый, диктант яҙыусылар ишеткәндәрән яҙып бара. Төп маҡсат — һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙырға һәм тыныш билдәләрен дөрөҫ ҡуйырға кәрәк. Диктант өсөн махсус текстар яҙыла йәки әҙәби әҫәрҙәрҙән өҙөктәр алына.