From Wikipedia, the free encyclopedia
Диндән сығыу (рус. Вероотсту́пничество) — үҙ динеңдән сығыу йәки принциптарыңдан ситләшеү.
Диндән сығыу | |
Өлөшләтә тура килә | религиозное обращение[d] |
---|---|
Диндән сығыу Викимилектә |
Христианлыҡтың иртә тарихында диндән сығыу тик Хоҙай ғына ярлыҡай алған гонаһтарҙың береһе тип ҡарала. III быуаттың икенсе яртыһында беренсе тапҡыр сиркәүҙә гонаһ ярлыҡау үткәрелә. Христианлыҡ дәүере Рим империяһында диндән сығыусыларға гражданлыҡ хоҡуҡтарынан мәхрүм итеү язаһы бирелгән. Урта быуаттарҙа Европала диндән баш тартыусыларҙы еретиктарға тиңләйҙәр һәм уларҙы ла шундай уҡ язаға дусар итәләр[5].
Апостасия (грек. Αποστασία — сигенеү) - христианлыҡтан ситләшеү, диндән сығыу. Диндән сығыу диндән тулыһынса баш тартыу, сиркәүҙән ситләшеп, догматтарын инҡар итеү йә клириктың үҙ бурыстарынан баш тартыуы, йәки сиркәү иерархияһына буйһонмауында сағыла. Сиркәү тәғлимәтен өлөшләтә инҡар иткән ерестән айырмалы рәүештә, апостасия уны тулыһынса инҡар итә.
Православие сиркәүҙәрендә апостасия хәлдәре һәм билдәләре ҡәтғи кодлаштырылмаған. Рәсәй империяһында апостасия дини енәйәт (ҡул һуҙыу) тип квалификациялана, «Енәйәттәрҙе иҫкәртеү һәм бөтөрөү тураһында устав» ҡәтғи рәүештә православныйҙарҙың икенсе дингә күсеүен тыя. Сиркәүҙән киткәндәрҙең хоҡуҡтары сикләнә, әммә енәйәт эҙәрлекләүенә дусар ителмәй, ә диндән сығыу — йәғни берәйһенең икенсе дингә күсеүенә килтергән ғәмәлдәр төрмәгә ябыу, һөргөнгә ебәреү юлы менән язаланған.[6]
Иртидәд (араб. ارتداد) — мөртәтлек, бер хәлдән икенсеһенә күсеү) — исламдан икенсе дингә күсеү, унда исламда иң ҙур гонаһтарҙың береһе. Иртидәд эшләгән кешене мөртәт тип йөрөтәләр. Ислам дине буйынса, исламға кире ҡайтмаған һәм тәүбә итмәгән мөртәт мәңгегә тамуҡтың иң тәрән кимәлдәрендә янасаҡ[7]. Шәриғәт ҡануниәтенә ярашлы, диндән баш тартыу динһеҙлектең (көфөрлөк) иң ҡатмарлы формаларының береһе булып тора. Күпселек дини-хоҡуҡи мәктәптәрҙә (мәҙһәбтәрҙә) иҫәпләүҙәренсә, иртидәд мәленән алып быға тиклем кеше тормошонда булған изге эштәр буш һәм мәғәнәһеҙ булып ҡала[8]. Шәриғәт, аңлы рәүештә эшләнгәнме йә әйтелгән һүҙ арҡаһында ышанмаусанлыҡҡа килгәнме икәнлегенә ҡарамаҫтан, диндән сығыуҙы исламдан тайпылыш һәм көфөрлөккә төшөү тип ҡабул итә. Хатта шаяртып ҡына әйтелгән һүҙҙәр ҙә шәриғәттә динде инҡар итеү һәм көфөрлөккә төшөү тип баһалана[7].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.