Дипломатия
From Wikipedia, the free encyclopedia
Диплома́тия — дәүләт һәм хөкүмәт башлыҡтарының, тышҡы мөнәсәбәттәр буйынса махсус органдарҙың халыҡ-ара сәйәсәт өлкәһендәге, шулай уҡ дәүләттең сит илдәрҙәге хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәттәрен һаҡлау буйынса эшмәкәрлеге[1][2] по осуществлению целей и задач внешней политики[3].
Дипломатия — дәүләттең тышҡы сәйәсәтен тормошҡа ашырыу ысулы. Ул тәғәйен шарттар һәм хәл ителәһе мәсьәләләрҙән сығып ҡулланылған төрлө ғәмәли сараларҙы, уларҙы үтәү алымдарын һәм ысулдарын үҙ эсенә ала. Халыҡ-ара мөнәсәбәттәр өлкәһендә был аңлатма менән төрлө ҡапма-ҡаршылыҡтарҙы булдырмау йә уларҙы хәл итеү, ике яҡтың килешеү һәм үҙ-ара яраҡлы ҡарарҙар ҡабул итеү юлдарын табыу, халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте киңәйтеү һәм тәрәнәйтеү маҡсатында һөйләшеүҙәр алып барыу оҫталығын, таһыллығын һәм маһирлығын билдәләй.