Драники
From Wikipedia, the free encyclopedia
Дра́ники, дра́нки (бел. дранікі, укр. деруни) — картуф оладьиһы, Европа аш-һыуының блюдоһы. Европала, бигерәк тә көнсығыш Европа аш-һыуында киң таралған.
«Драники» тип аталған картуф оладьиһы Белорус кухняһының айырылғыһыҙ бер өлөшө булып һанала[1]. Был блюдо шулай уҡ украиндарҙың, йәһүдтәрҙең аш-һыуында ла популяр. Картуф ҡоймағын һәм оладьиһын аш-һыуҙа картуф ҡулланылған бөтә ерҙә лә тиерлек, Латин Америкаһынан алып Төньяҡ Европаға тиклем осратырға була.