Дәүләт
идара итеү системаһы аҫтында йәшәгән ойошҡан община; йә суверенлы дәүләт, ойоштороусы дәүләт йәки федератив дәүләт / From Wikipedia, the free encyclopedia
Дәүләт — бер географик өлкәлә йәшәүсе халыҡтың сәйәси берләшмәһе. Беренсе боронғо дәүләттәр Яҡын Көнсығышта барлыҡҡа килә. Дәүләттең үҙ хөкүмәте, халҡы һәм баш ҡалаһы була.
Ҡыҫҡа факттар Кем хөрмәтенә аталған, Милке ...
Дәүләт | |
Кем хөрмәтенә аталған | держава[d] |
---|---|
Милке | Дәүләт ҡаҙнаһы[d] һәм дәүләт милке[d] |
Дәүләт Викимилектә |
Ябырға
Был терминдың башҡа мәғәнәләре лә бар, ҡарағыҙ: Дәүләт (мәғәнәләр).
Дәүләт — сәйәси институттар берлеге, уның төп маҡсаты йәмғиәттә берҙәмлекте һаҡлау. Хәҙерге капиталистик дәүләттәрҙә дәүләттен маҡсаттары ошондай тип әйтелә:
- кешенең фән, ижад, шәхси, иҡтисад именлеген һаҡлау
- кешеләрҙен дөйөм булған рухи һәм материаль байлыҡтарын һаҡлау (азатлыҡ, медицина, мәғариф, юлдар, экология һәм башҡа)
- төп шарты: демократия, хакимлыҡ алған кешеләрҙе һайлау
Хәҙерге ваҡытта донъяла 200 яҡын дәүләт бар. Антарктидала дәүләт юҡ. Община (ябай йәмғиәт) менән сағыштырғанда дәүләттә идара иткән социаль класс бар (чиновниктар). Общинала идара итеүгә һәр индивидтың хоҡуғы бар[1].