From Wikipedia, the free encyclopedia
Ежи Боссак (пол. Jerzy Bossak, ысын фамилияһы Ежи Бургер-Наум (пол. Jerzy Burger-Naum; 31 июль 1910 йыл — 23 май 1989 йыл) — поляк режиссёр-документалисы, сценарист, актёр, педагог һәм тәнҡитсе.
Ежи Боссак | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | Польша |
Тыуған көнө | 31 июль 1910[1][2][3][…] |
Тыуған урыны | Дондағы-Ростов, Дон Ғәскәре өлкәһе[d], Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 23 май 1989[1][2][3][…] (78 йәш) |
Вафат булған урыны | Варшава, Польша Халыҡ Республикаһы[d] |
Ерләнгән урыны | Воинское Повонзки[d] |
Һөнәр төрө | кинорежиссёр, уҡытыусы, журналист |
Эшмәкәрлек төрө | документальный фильм[d][4] |
Уҡыу йорто | Варшава университеты |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Ежи Боссак Викимилектә |
Ежи Боссак 1910 йылдың 31 июлендә Рәсәй империяһының Дондағы Ростов ҡалаһында йәһүд ғаиләһендә тыуған.
Варшава университетын тамамлай, 1930—1939 йылдарҙа журналистика менән әүҙем шөғөлләнә; нәшриәттә күп баҫыла. Ежи Теплиц етәкселегендәге «Старт» йәмғиәтендә тора һәм уның етәкселегендә Польшала сит ил фильмдарын популярлаштыра.
Фашист оккупацияһы йылдарында — СССР-ҙа була. 1942—1944 йылдарҙа — Польша Ғәскәрҙәренең 1-се армияһы кинотөркөмөндә режиссёр.
1956—1968 йылдарҙа Варшавала документаль фильм студияһын етәкләй. 1957-1968 йылдарҙа «Kamera» киностудияһының художество етәксеһе. Үҙенең картиналарының сценарийҙары авторы һәм авторҙашы була. Бер нисә таҫманы Вацлав Казьмерчак менән берлектә төшөрә. Режиссура факультеты деканы. 1956—1968 йылдарҙы Лодзь ҡалаһында Театр, кино һәм телевидение юғары мәктәбенең режиссура факультеты деканы, 1948 йылдан — профессор.
1989 йылдың 23 майында Варшавала вафат була.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.