From Wikipedia, the free encyclopedia
Зорин Сергей Иванович (11 сентябрь 1911 йыл, Өфө губернаһы, Крюковская ауылы, хәҙерге Башҡортостандың Благовещен районы — 6 февраль 1954 йыл, Өфө) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, танк полкының механик-водителе, старшина. Советтар Союзы Геройы (1945).
Зорин Сергей Иванович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 11 сентябрь 1911 |
Тыуған урыны | Ашҡашлы, Өфө өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 6 февраль 1954 (42 йәш) |
Вафат булған урыны | Өфө, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, СССР |
Ерләнгән урыны | Өфө |
Һөнәр төрө | танкист |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Хәрби звание | старшина[d] |
Һуғыш/алыш | Совет - Финляндия һуғышы (1939—1940) һәм Бөйөк Ватан һуғышы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Атаһы 1914 йылда Беренсе донъя һуғышы фронтында һәләк була. 1924 йылға тиклем Благовещен балалар йортонда тәрбиәләнә.
7 класты тамамлай. Ялланып эшләй, һуңынан тракторсыға уҡып ала.
1937 йылдың 30 ғинуарында Өфөлә беренсе трамвай ҡыңғырауы яңғырай. Алты саҡрымға һуҙылған бер колеялы линияға биш моторлы һәм биш тағылмалы вагон сыға. Бер вагонда трамвай йөрөтөүсе булып егерме алты йәшлек Зорин Сергей, буласаҡ Советтар Союзы Геройы, була.
Яратҡан эшенә совет-фин һуғышы ҡамасаулай Ул ошо һуғышта ҡатнаша. Демобилизациянан һуң, 1940 йылда трамвай маршруты начальнигы булып эшләй.
Һәм тағы ла һуғыш — Бөйөк Ватан һуғышы. Ҡыҙыл армия сафына саҡырыла, һәм Сергей Ивановичты танк училищеһына уҡырға ебәрәләр. 1943 йылдың ноябрь айынан механик-водитель старшина Зорин үҙ танкын Бөйөк Ватан һуғышының ауыр юлдарынан алып бара. 1944 йылда коммунистар партияһы сафына инә
Армиянан демобилизацияланғас, Зорин хәрәкәт хеҙмәте начальнигы, һуңынан № 1 трамвай депоһы директоры була. Өфө ҡала советына депутат һәм партия бюроһы ағзаһы булып һайлана
Здние, где работал Герой Советского Союза Зорин С. И. Хадии Давлетшиной, сквер.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.