Изге Георгий ордены
From Wikipedia, the free encyclopedia
Ҡалып:Орден Российской империи
Изге Георгий ордены — Рәсәй империяһының иң юғары хәрби наградаһы. Киңәйтелгән мәғәнәлә — офицерҙар, түбәнге чиндар һәм хәрби частар араһындағы айырмалар комплексы булып тора.
Императрица Екатерина II тарафынан 1769 йылдың 26 ноябрендә (7 декабрь) изге Георгий хөрмәтенә һуғыш яланында һәм хәрби чиндарҙа хеҙмәт иткәне өсөн офицерҙарҙы бүләкләү маҡсатында булдырыла. Орден менән 10 меңдән ашыу кеше бүләкләнә, ордендың беренсе, юғары дәрәжәһе, менән бөтәһе 23 кеше бүләкләнә, шуларҙың дүртәүһе генә бөтә 4 дәрәжә кавалеры була. Шулай уҡ ике тапҡыр императорҙар үҙҙәрен 1-се дәрәжә ордены менән бүләкләү осрағы теркәлгән: императрица Екатерина II — орденды булдырыу өсөн, Александр II — ордендың 100-йыллығы байрамы уңайынан[~ 1]. Икенсе дәрәжә орденына 125 кеше лайыҡ булған.
Екатерина II-нан тыш, орденға тәүгеләрҙән булып 1769 йылдың декабрендә подполковник Федор Иванович Фабрициан лайыҡ була, уға 3-сө дәрәжә ордены бирелә. 1770 йылдың февралендә 4-се дәрәжә ордены менән премьер-майор Рейнгольд Людвиг фон Паткуль бүләкләнә[1].
1917 йылдың 24 июненән 4-се дәрәжәле орден менән алыш ваҡытында офицерҙар бурысын үтәгән һалдаттар һәм матростар бүләкләнә. Был осраҡта орден таҫмаһы көмөш лавр ботағы менән биҙәлә.
Октябрь революцияһынан һуң Совет Рәсәйендә орден бөтөрөлә. Шуға ҡарамаҫтан, Граждандар һуғышы ваҡытында, 1918—1920 йылдарҙа, Көнсығыш фронтта һәм аҡтарҙың Төньяҡ армияһында ошо уҡ исемле орден менән бүләкләү ҡулланыла (юғары, 1-се һәм 2-се дәрәжәләрҙән башҡа).
2000 йылда Рәсәй Федерацияһында Изге Георгий ордены хәрби награда булараҡ тергеҙелә[~ 2].
Орден билдәләре ҡуйылмай, әммә бүләкләнеүселәрҙең исемлектәре төҙөлә.
Башҡа Рәсәй ордендарынан айырмалы рәүештә Изге Георгий ордены менән офицерҙар шәхси ҡыйыулығы өсөн бүләкләнә һәм орден наградаға лайыҡ булған офицерҙың ҡаҙаныштары статутына ярашлы ҡәтғи рәүештә көйләнә[~ 3].