Интеграл
From Wikipedia, the free encyclopedia
Интеграл — математик анализдың иң мөһим төшөнсәләренең береһе, ул кәкре һыҙыҡ аҫтындағы майҙанды табыу, тигеҙһеҙ хәрәкәт ваҡытында үтелгән юлды табыу, бер төрлө булмаған есемдең массаһын табыу һәм шуға оҡшаш мәсьәләләрҙе сискәндә, шулай уҡ функцияны уның сығарылмаһы буйынса тергеҙеү мәсьәләһендә (аныҡһыҙ интеграл) барлыҡҡа килә[1]. Ябайлаштырып, интегралды сикһеҙ һандағы сикһеҙ бәләкәй ҡушылыусылар суммаһы һымаҡ күҙ алдына килтерергә мөмкин. Интеграл аҫты функцияһы бирелгән арауыҡҡа бәйле рәүештә, интеграл — ике ҡатлы, өс ҡатлы, кәкре һыҙыҡлы, өҫкө һәм башҡа булырға мөмкин; шулай уҡ интегралға билдәләмә биреүгә төрлө ҡараш бар — Риман, Лебег, Стилтьес һәм башҡа төрҙәге интегралдарҙы айырып ҡарайҙар [2].
Был терминдың башҡа мәғәнәләре лә бар, ҡарағыҙ: Интеграл (мәғәнәләр).