Инфляция
From Wikipedia, the free encyclopedia
Инфля́ция (лат. inflatio «күбеү») — тауарҙарға һәм хеҙмәттәргә хаҡтарҙың дөйөм кимәле күтәрелеүе[1].
Инфляция | |
Ҡайҙа өйрәнелә | Макроиҡтисад һәм финансовая экономика[d] |
---|---|
Ҡапма-ҡаршыһы | дефляция[d] |
Инфляция Викимилектә |
Инфляция ваҡытында тауарҙар һәм хеҙмәттәрҙең баҙар хаҡтары даими арта бара, бер үк аҡсаға уларҙы элеккегә ҡарағанда аҙыраҡ һатып алып була[2]. Асылда, аҡсаның һатып алыу һәләте кәмей, уның ҡиммәте арзаная[2][3]. Аҡсаның арзанайыуы баҙар иҡтисадында хаҡтарҙың күтәрелеүенә килтерә. Хужалыҡ итеүҙең административ-команда системаһында аҡсаның арзанайыуы хаҡтар үҫеүенә килтермәүе лә ихтимал, әммә ул ваҡытта тауар дефициты күҙәтелә[4].
Инфляция оҙайлы, тотороҡло процесс булараҡ ҡарала. Инфляция бөтә хаҡтарҙың да бер ваҡытта күтәрелеүен аңлатмай, сөнки айырым тауарҙарға һәм хеҙмәттәргә хаҡтарҙың түбәнәйеүе йәки үҙгәрешһеҙ ҡалыуы ихтимал. Хаҡтарҙың дөйөм кимәле, йәғни ВВП дефляторы[2] үҫеүе инфляцияға килтерә.