From Wikipedia, the free encyclopedia
Ирмтрауд Эльфриде Моргнер (нем. Irmtraud Elfriede Morgner; 28 август 1933 — 6 май 1990) — немец яҙыусыһы.
Ирмтрауд Моргнер | |
нем. Irmtraud Elfriede Morgner | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ[1][2][3] |
---|---|
Гражданлыҡ |
Германия Германия Демократик Республикаһы |
Тыуған көнө | 22 август 1933[4][5][6][…] |
Тыуған урыны | Хемниц, Саксония, Өсөнсө рейх[2] |
Вафат булған көнө | 6 май 1990[6][7][8][…] (56 йәш) |
Вафат булған урыны | Берлин, Германия Демократик Республикаһы |
Үлем төрө | тәбиғи үлем[d] |
Үлем сәбәбе | Яман шеш |
Ерләнгән урыны | Центральное кладбище Фридрихсфельде[d] |
Туған тел | Немец теле |
Яҙма әҫәрҙәр теле | Немец теле |
Һөнәр төрө | яҙыусы, журналист |
Эш урыны | Союз писателей ГДР[d] |
Уҡыу йорто | Лейпцигский университет[d] |
Специальность | германистика[d] һәм әҙәбиәт ғилеме |
Архивы хранятся в | German Literature Archive Marbach[d][9] |
Сәнғәт йүнәлеше | социалистик реализм[d] |
Ойошма ағзаһы | Союз писателей ГДР[d] һәм Neue Deutsche Literatur[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Рәсми сайт | irmtraud-morgner.de |
Ирмтрауд Моргнер Викимилектә |
Ирмтрауд Моргнер 1933 йылдың 28 авгусында Германияла Хемниц ҡалаһында инженер-тимер юлсы ғаиләһендә тыуған[10]. 1952 йылда университетҡа инеү өсөн дөйөм квалификация сертификаты ала. 1952 йылдан 1956 йылға тиклем Лейпциг университетында уҡый[11]. 1958 йылға тиклем «neue deutsche literatur[de]» журналының редколлегия ағзаһы.
«Aufbau-Verlang» нәшриәте мәхәррире Иоахим Шрекҡа кейәүгә сыға. 1967 йылда улы тыуа. 1970 йылда парҙар айырылыша. 1972 йылда ул үҙенең коллегаһы яҙыусы Пол Винсҡа икенсе тапҡыр кейәүгә сыға. 1977 йылда никахтары тарҡала.
Үҙенең 1984 йылғы «Witch Vilmma's invention of speech-swallowing» мәҡәләһен Морган Робин редакцияһы аҫтында Sisterhood Is Global: The International Women's Movement Anthology[en] антологияһына индерә[12].
ГДР Яҙыусылары Ассоциацияһы идаралығы ағзаһы була.
1987 йылда уның яман шеш булыуы асыҡлана. 1980 йылдар аҙағында бер нисә операция үткәрә. 1990 йылдың 6 майында вафат була.
1968 йылда «Hochzeit in Konstantinopel» романы белән танылып, социалистик реализмға ҡағылышлы ҡайһы бер традицион әҫәрҙәрен яҙғандан һуң, 1968 йылда Hochzeit in Konstantinopel романы арҡаһында киң танылыу ала[13]. Феминистик күҙлектән фэнтези һәм көндәлек тормошто реалистик һүрәтләүҙең виртуоз ҡатышмаһы. Ғәҙәттә, уның әҫәрҙәрендә көнсығыш Германия һүрәтләнә. Цензура режимы ваҡытында йыш ҡына үҙе эләккән цензураның әҙәбиәткә йоғонтоһонан мыҫҡыл итә. Көнсығыш Германияла ул тос бүләктәргә эйә булыуға ҡарамаҫтан, эҙәрлекләүҙәргә дусар була, ә әҫәрҙәрен йыш ҡына мөхәррирләйҙәр һәм кире ҡағалар. Уның иң күренекле әҫәре тип «Leben und Abenteuer der Trobadora Beatriz nach Zeugnissen ihrer Spielfrau Laura» әҫәрен атарға мөмкин. «A 'novel in thirteen books and seven intermezzos» эпистоляр роман тип һанала, сөнки унда туранан-тура хикәйәләүҙән тыш, мөхәббәт шиғриәте, Морзе әлифбаһы, стенограммалар һәм хат алышыуҙар бар. Интермеццо «Rumba auf einen Herbst» романынан алынған, элегерәк 1965 йылда уны цензорҙар кире ҡаҡҡан. «Amanda. A Witch's Tale», и «Leben und Abenteuer der Trobadora Beatriz[de]» трилогияны барлыҡҡа килтерергә тейеш булған.
Һуңғы йылдарҙа яман шеш ауырыуы арҡаһында «Salman trilogy» әҫәрен тамамлап өлгөрмәй. Уның вафатынан һуң өсөнсө романының өҙөктәре «Das heroische Testament» томында баҫылып сыға.
Ирмтрауд Моргнер Фридрихсфельдта Үҙәк зыяратта ерләнгән.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.