Исрафилов Рифҡәт Вәкил улы
режиссёр, педагог, юғары мәктәп уҡытыусыһы / From Wikipedia, the free encyclopedia
Исрафилов Рифҡәт Вәкил улы (6 август 1941 йыл) — режиссёр, педагог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1997 йылдан М. Горький исемендәге Ырымбур өлкә драма театрының художество етәксеһе, бер үк ваҡытта 1998 йылдан Ырымбур сәнғәт институты уҡытыусыһы. 1974 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Профессор (1993). РСФСР‑ҙың халыҡ артисы (1989), РСФСР‑ҙың (1982), Башҡорт АССР-ының (1977), Татарстан Республикаһының (1993), Төньяҡ Осетия‑Алания Республикаһының (2002) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. Рәсәй Федерацияһының Дәүләт премияһы (1996), БАССР‑ҙың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (1976) лауреаты. Халыҡтар дуҫлығы (1986), Почёт (2002) һәм IV дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (2012), Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы (2021) һәм Салауат Юлаев (2020)[2] ордендары кавалеры.
Исрафилов Рифҡәт Вәкил улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 6 август 1941({{padleft:1941|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:6|2|0}})[1] (82 йәш) |
Тыуған урыны | Яңы Мөслим ауылы, Яңы Мөслим ауыл Советы, Мәсетле районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР[1] |
Һөнәр төрө | актёр, театр режиссёры, уҡытыусы |
Эш урыны |
Башҡорт дәүләт академия драма театры[1] М. Горький исемендәге Ырымбур өлкә драма театры[d][1] |
Уҡыу йорто | Рәсәй театр сәнғәте университеты |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |