From Wikipedia, the free encyclopedia
Йылым (рус. Зелимово) — Башҡортостандың Баймаҡ районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 263 кеше[1]. Почта индексы — 453677, ОКАТО коды — 80206828003.
Йылым | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Ишбирҙе ауыл советы |
Почта индексы | 453677 |
1847—1850 йылдар араһында нигеҙ һалына. Беренсе күсенеүсе — Йомаш ауылы кешеһе, Сәғәҙәт Йылымов[2]. Йылымдың ейәне 1824 йылғы Сәғәҙәт менән бергә Йомаш Батаевтың ейәндәре, Барлыбай Юлбарисовтың улдары күсенәләр. Билдәле фамилияларҙан — Саматовтар. Кейекбирҙе Саматов ауылда 1859 йылдан алып йәшәй, улдары Солтантимер (1779 йылғы) һәм Ишбирҙе (1791). Һуңғараҡ йылымдар Ишбирҙе ауылына нигеҙ һалалар. 1859 йылда ауылда 232 кеше һәм 47 йорт иҫәптә тора. 1920 йылда был һандар күпкә үҙәрмәй: 248 кеше һәм 50 йорт[3].
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 254 | 129 | 125 | 50,8 | 49,2 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
Крепостной Йылайыр йылғаһы буйында урынлашҡан[4].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.