Йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы — кеше һәм хайуандар организмында ҡан циркуляцияһын тәьмин итеүсе органдар системаһы. Уның эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә кислород һәм туҡлыҡлы матдәләр тән органдарына һәм туҡымаларына, ә углекислый газ, метаболизм һәм йәшәйеш ҡалдыҡтары организмдан бүленә һәм шунан организмдан сығарыла.
Йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы йомоҡ һәм йомоҡ түгел була. Кешелә, барлыҡ умыртҡалыларҙағы кеүек, йөрәк-ҡан системаһы йомоҡ.
Ҡан әйләнеше ағзаларҙан һәм организмдың туҡымаһынан лимфа ағымы менән тулыландырыла.
Йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы составына йөрәк һәм ҡан тамырҙары инә. Йөрәк — ҡанды хәрәкәт итергә мәжбүр иткән мускул органы, төрлө диаметрлы ҡан тамырҙары буйынса ҡан әйләнешен ритмик яҡтан көйләүсе орган.
Ҡан тамырҙары системаһының бөтә функциялары нервы-рефлектор регуляцияһы менән көйләнгән. Был тышҡы һәм эске мөхиттең даими үҙгәреүсән шарттарында гомеостазды һаҡларға мөмкинлек бирә.