Йөҙ йыллыҡ һуғыш
From Wikipedia, the free encyclopedia
Йөҙ йыллыҡ һуғыш (франц. Guerre de Cent Ans, ингл. Hundred Years' War) — бер яҡтан Франция һәм уның союздаштары һәм икенсе яҡтан Англия һәм уның союздаштары араһындағы яҡынса 1337 йылдан алып 1453 йылға тиклем дауам иткән һуғыштар серияһы.
Йөҙ йыллыҡ һуғыш | |||
Дата |
1337—1453 (116 йыл) | ||
---|---|---|---|
Урыны |
нигеҙҙә Францияла | ||
Нәтижә |
Францияның еңеүе | ||
Үҙгәрештәр |
Англия Францияла булған күпселек биләмәлерен юғалта (Кале портынан башҡа) | ||
Ҡаршы тороусылар | |||
| |||
| |||
Йөҙ йыллыҡ һуғыш Викимилектә | |||
Был низағтарҙың төп сәбәбе — инглиз короле Плантагенеттар нәҫеленең француз тәхетенә дәғүә итеүе. Плантагенеттарҙы һәм француз короле Капетингтар нәҫелен туғанлыҡ ептәре бәйләгән була.
Француздар үҙҙәренең яғынан инглиздәрҙе Гиеньдан сығарырға ынтыла, был ерҙәр 1259 йылғы Париж килешеүе менән Францияға ҡушылырға тейеш була. Баштағы уңыштарына ҡарамаҫтан, Англия үҙенең маҡсаттарына ирешә алмай, һуғыш һөҙөмтәһендә континенттағы бөтә биләмәләрен дә юғалта, тик Кале порты ғына 1558 йылға тиклем инглиздар ҡулында була.
Һуғыш тәнәфестәр менән бергә барлығы 116 йыл дауам итә. Тураһын әйткәндә, быны низағтар серияһы тип атарға мөмкин:
- беренсе (Эдвардиан һуғышы) — 1337—1360,
- икенсе (Каролинг һуғышы) — 1369—1396,
- өсөнсө (Ланкастер һуғышы) — 1415—1428,
- дүртенсе — 1428—1453 йылдарҙа дауам итәләр.
Ошо низағтар серияһын дөйөмләштереп торған «Йөҙ йыллыҡ һуғыш» исемле термины һуңыраҡ килеп сыҡҡан. Нәҫел низағтары менән башланып аҙаҡтан инглиз һәм француз милләттәре формалашҡас һуғыш милли төҫмөр ала. Бихисап хәрби ҡаршылыҡтар, эпидемиялар, аслыҡ һәм үлтерештәр арҡаһында Францияның халҡы һуғыш һөҙөмтәһендә икенән өс өлөшкә ҡыҫҡара[1].
Йөҙ йыллыҡ һуғыш хәрби эш үҫешенә көслө йоғонто яһай: ҙур ғәскәрҙәр төҙөр өсөн бәләкәй генә сығымдар талап иткән пехотаның алыш яландарында роле көсәйә, тәүге даими ғәскәрҙәр килеп сыға. Яңы төр ҡоралдар уйлап табыла, атыусы ҡорал үҫеше өсөн уңайлы шарттар тыуа.