КХЛ 2014/2015 йылдар миҙгелендә
From Wikipedia, the free encyclopedia
КХЛ 2014/2015 йылдар миҙгелендә — Континенталь хоккей лигаһының 7-се чемпионаты. Турнирҙа 7 илдән (Рәсәй, Ҡаҙағстан, Белоруссия, Латвия, Финляндия, Хорватия һәм Словакия) 28 команда ҡатнаша. Даими чемпионат 2014 йылдың 3 сентябрендә Асыш кубогы өсөн Гагарин кубогының ғәмәлдәге еңеүсеһе «Металлург» (Магнитогорск) һәм Континент кубогының ғәмәлдәге еңеүсеһе «Динамо» (Мәскәү) араһында уйын менән башлана һәм 2015 йылдың 23 февралендә тамамлана. Плей-офф уйындары 2015 йылдың 27 февраленән алып 19 апреленә тиклем үтә[2].
Башлана | 3 сентябрь 2014 |
---|---|
Тамамлана | 19 апрель 2016 |
Даими чемпионат | |
Асыш кубогы | ![]() |
Континент кубогы | ![]() |
Иң яҡшы бомбардир | ![]() |
Миҙгелдең иң яҡшы уйынсыһы | ![]() |
Иң мәргән уйынсы | ![]() |
Уйындар һаны | 840 |
Плей-офф | |
Гагарин кубогы | ![]() |
Финалист | ![]() |
Серияла иҫәп | 4 : 1 |
Плей-офф MVP | ![]() |
КХЛ миҙгелдәре | |
←2013/2014 | 2015/2016→ |
Даими чемпионат һөҙөмтәләре буйынса Рәсәй чемпионатының миҙалсылары билдәләнде: ЦСКА (Мәскәү) ил чемпионы исемен яулай, СКА (Санкт-Петербург) — көмөш миҙалдарҙы, «Динамо» (Мәскәү) — бронзаны[3][4].
Турнирҙа тәүгегә «Сочи» һәм «Йокерит» клубтары ҡатнаша. 2010 йылдан башлап тәүгегә «Лада» хоккей клубы лигала сығыш яһауын дауам итә.
Финалда серияла 4:1 иҫәбе менән Аҡ Барс уйынсыларын еңеп, СКА үҙ тарихында тәү тапҡыр Гагарин кубогын яулай.