КХЛ 2015/2016 йылдар миҙгелендә
From Wikipedia, the free encyclopedia
КХЛ 2015/2016 йылдар миҙгелендә — Континенталь хоккей лигаһының һигеҙенсе беренселеге. Даими чемпионат, 2015 йылдың 24 авгусында башланып, 2016 йылдың февраль айында тамамланасаҡ. Гагарин кубогы өсөн «плей-офф» уйындары 2016 йылдың февраленән апрелгә тиклем уҙасаҡ[3].
Башлана | 24 август 2015 |
---|---|
Тамамлана | 19 апрель 2016 |
Даими чемпионат | |
Асыш кубогы | ![]() |
Континент кубогы | ![]() |
Иң яҡшы бомбардир | ![]() |
Миҙгелдең иң яҡшы уйынсыһы | ![]() |
Иң мәргән уйынсы | ![]() |
Уйындар һаны | 840 |
Плей-офф | |
Гагарин кубогы | ![]() |
Финалист | ![]() |
Серияла иҫәп | 4 : 3 |
Плей-офф MVP | ![]() |
КХЛ миҙгелдәре | |
←2014/2015 | 2016/2017→ |
Асыш кубогы өсөн чемпионаттың тәүге уйынында КХЛ даими чемпионатының ғәмәлдәге еңеүсеһе мәскәүҙең ЦСКА командаһы Гагарин кубогы эйәһе СКА хоккей клубы менән осраша. Уйын 4:3 иҫәбе менән тәүгеләрҙең файҙаһына бөтә.
Даими чемпионатты ЦСКА еңә. Уларҙың иҫәбендә 60 уйындан һуң 127 мәрәй. Икенсе урында чемпионатты ярославлдең «Локомотив» командаһы тамамлай (125 мәрәй). Ә өсөнсө урында 108 мәрәй менән «Йокерит» урынлаша.
Гагарин кубогын Магнитогорскиҙың «Металлург» хоккейсылары еңә. Улар финалда ЦСКА хоккей клубын серияла 4:3 иҫәбе менән еңә.