From Wikipedia, the free encyclopedia
Казанский Борис Николаевич (1915—1994) — совет ғалимы-биологы, балыҡсылыҡ һәм ихтиология буйынса белгес. Биология фәндәре докторы (1957), профессор. Алыҫ Көнсығыш дәүләт университеты ректоры (1961—1968).
Казанский Борис Николаевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 1915 |
Вафат булған көнө | 1994 |
Һөнәр төрө | ғилми-педагогик хеҙмәткәр |
Эшмәкәрлек төрө | ихтиология |
Эш урыны | Санкт-Петербург дәүләт университеты |
Биләгән вазифаһы | ректор[d] |
Уҡыу йорто | Биологический факультет Санкт-Петербургского государственного университета[d] |
Ғилми исеме | профессор[d] һәм профессор[d] |
Ғилми дәрәжә | биология фәндәре докторы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
1915 йылда Проскура ҡалаһында тыуған. 15 йәшендә Симферополдә миҙгелле эшсе булып эшләй башлай.
1932 йылда урта мәктәпте тамамлай. Бынан һуң Үҫемлектәрҙе һаҡлау бөтә союз карантин секторында техник, лаборант, өлкән лаборант булып эшләй, экспедицияларҙа ҡатнаша. Бер үк ваҡытта Ленинград университетының эшселәр факультетында уҡый. Һуңынан Ленинград дәүләт университетының биология-тупраҡ факультетына уҡырға инә, ә уны тамамлағандан һуң ошо уҡ уҡыу йортоноң аспирантураһына инә. Уҡыған ваҡытта СССР-ҙың Европа өлөшөндәге эре йылғаларҙың түбәнге ағымында балыҡ запастарының завод тергеҙеүе биологик нигеҙҙәрен төҙөүҙә ҡатнаша.
1941 йылда Бөйөк Ватан һуғышы башланғандан һуң Казанский үҙ теләге менән фронтҡа китә. 1-се Украин фронты һәм 2-се Украина фронттары составында Польша, Чехословакия һәм Венгрияны азат итә, Австрия һәм Германияла һуғыша, Курск дуғаһы һуғышында, Берлин һәм Праганы азат итеүҙә ҡатнаша. 1-се гвардия штурмлау авиация Кировоград-Берлин корпусының штабы янында аэрофлот хеҙмәте айырым взводының начальнигы була. Хәрби-һауа көстәренең гвардия өлкән лейтенанты званиеһында демобилизациялана.
1945 йылдың ноябрендә Б.Н. Казанский Ленинград дәүләт университетына фәнни эшкә ҡайта. 1947 йылда кандидатлыҡ диссертацияһын, ә 1957 йылда докторлыҡ диссертацияһын яҡлай). Бикре йотҡолоҡтарын етештереүҙе арттырыу буйынса фәнни асыш яһай.
1961 йылда Б.Н. Казанский Владивосток ҡалаһына күсә, унда яңынан тергеҙелгән Алыҫ Көнсығыш дәүләт университетының ректоры була. Университет эргәһендә гидробиология һәм ихтиология кафедраһын ойоштора. Ректорлыҡ менән бер рәттән ғилми-тикшеренеү һәм педагогик эшмәкәрлеген алып бара — Амурҙа бикрелекте тикшереү буйынса етәкселек итә, уҡыусылары менән берлектә биологияны өйрәнеүҙе һәм пиленгас һәм ҡыҙылғанат-угайҙы етештереүҙе башлай.
1967 йылда ғаилә хәле буйынса ректор вазифаһын ҡалдыра, Ленинградҡа ҡайта, унда Ленинград дәүләт университетында гидробиология һәм ихтиология кафедраһын етәкләй. Был осорҙа ул Алыҫ Көнсығыш пиленгасы менән әүҙем шөғөлләнә. Был балыҡтың йәшәү рәүеше үҙенсәлектәре ғалимға Аҙау, Ҡара һәм Каспий диңгеҙҙәрендә уның климатҡа яраҡлашыу өсөн биологик нигеҙен бирә. Климатҡа яраҡлашыу уңышлы үтә: әлеге ваҡытта пиленгас — Аҙау-Ҡра диңгеҙ бассейнында промысла балығы
1994 йылда вафат була.
60-ҡа яҡын фәнни хеҙмәт һәм бер уйлап табыуҙың авторы булып тора («Методика получения разносезонного потомства рыб для обеспечения повторных циклов на рыбоводных заводах (например, осетровых») уйлап табыуҙың авторлыҡ таныҡлығы № 147863)
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.