Калевала
From Wikipedia, the free encyclopedia
«Ка́левала» (карел. фин. Kalevala) — карел-фин поэтик эпосы. 50 рунанан (йырҙан) тора.
«Калевала» нигеҙенә карел халыҡ эпик йырҙары һалынған. Сығанаҡ фольклор материалын эшкәртеү менән фин тел белгесе һәм табип Элиас Лённрот (1802—1884) шөғөлләнгән: ул айырым халыҡ эпик йырҙарын бер сюжет менән бәйләгән, был йырҙарҙың үҙенсәлекле варианттарын һайлап алған, ҡайһы бер ҡытыршылыҡтарын шымартҡан[1]. Лённрот ике тапҡыр эшкәрткән: 1835 йылда «Калевала»ның беренсе баҫмаһы, 1849 йылда — икенсе баҫмаһы сыҡҡан.
Поэманың рус теленә тулы тәржемәһен Л. П. Бельский эшләгән һәм 1888 йылда «Әҙәбиәт пантеоны» журналында баҫтырған, айырым баҫма булып ул 1889 йылда баҫылып сыҡҡан. «Калевала» — фин һәм карелдарҙың христиан динен ҡабул иткәнгә тиклемге дини ышаныстары тураһында мөһим мәғлүмәт сығанағы.