Каммерцель йорто

From Wikipedia, the free encyclopedia

Каммерцель йортоmap

Каммерцель йорто (франц. Maison Kammerzell) — Страсбургта иң билдәле донъяуи бина. 1427 йылда төҙөлгән, фахверк бина 1467 йылда үҙгәртеп ҡоролған, ә 1589 йылда ул бай семәрле фасадҡа эйә була.

Ҡыҫҡа факттар Дәүләт, Административ-территориаль берәмек ...
Каммерцель йорто
Thumb
Дәүләт  Франция[1][2]
Административ-территориаль берәмек Страсбург[1][2]
Урынлашҡан урамы place de la Cathédrale[d]
Хужаһы Fabrique de Notre Dame[d]
Архитектура стиле Яңырыу
Мираҫ статусы теркәлгән тарихи һәйкәл[d][1]
Рәсми сайт maison-kammerzell.com
Thumb
 Каммерцель йорто Викимилектә
Ябырға

Бина һуңғы немец готикаһының иң матур фахверк йортона ҡарай, үҙенең матурлығы менән уны Франкфурт-на Майне ҡалаһында тоҙ йорто йәки Хильдесхаймдағы итсе йорто менән сағыштырырға була, әммә уларҙан айырмалы рәүештә ул үҙенсәлекле торошон һаҡлап ҡалған. Бинаның фасады семәрле ҡыҫандарҙа етмеш биш тәҙрә менән биҙәлгән, уларҙа библия һәм мифик персонаждар, шулай уҡ зодиак тамғалары, биш хис һәм билдәле музыканттар һүрәтләнгән.

Thumb
1900 йылда йортҡа тиклем каммерцель

Мөйөш терәүҙә изгелекте сағылдырыусы өс ҡатын-ҡыҙ фигураһы һырлап яһалған. Икенсе ҡатта ике бала һәм берғаҙан менән Мөхәбәт, өсөнсө, дүртенсе ҡаттарҙа феникс ҡошо менән Өмөт һәм грифон менән Ышаныс һүрәтләнгән. XVI быуатта сыр менән һатыу итеүсе Мартин Браун йортто һатып ала һәм 1589 йылда уны йүнәтеп бөтә. Урта быуат төҙөлөшөнөң иҫке бинаһынан ул декоратив аркалары менән тик беренсе ҡатты ғына ҡалдыра. Ҡалған ҡаттары ренессанс стилендә яңынан ҡорола, ул бөгөнгө көнгә тиклем һаҡланып ҡалған.

XIX быуат уртаһына тиклем йорт «Альтес хаус» булараҡ билдәле була, һуңынан Вюрцбургтан бакалея магазины хужаһы Филипп-Франсуа Каммерцель һатып алғас, уның исеме менән атала. Бинаның эсендәге Үрге Кенигсбургты биҙәгән рәссам Лео Шнугтың (1878—1933) фрескаларында XVI быуат рейн рәссамдары манераһында иҫәрҙәр карабы һәм интектергес ғазаптар һүрәтләнгән. Архитектура ҡомартҡыһы статусы алған һәм 1879 йылда ҡала милегенә күскән был йортта бөгөнгө ваҡытта «Maison Kammerzell» рестораны урынлашҡан.

Әҙәбиәт

Мари-Кристин Перийон. Страсбург. — Убштадт-Вайэр: Kraichgau, 2005. — С. 90. ISBN 3-929228-82-3.

Һылтанмалар

Wikiwand in your browser!

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.

Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.