Карл XII
Швеция короле / From Wikipedia, the free encyclopedia
Карл XII (швед. Karl XII; 27 июнь 1682 йыл, Тре-Крунур, Швеция — 11 декабрь 1718 йыл, Фредриксхальд, Норвегия) — 1697—1718 йылдарҙа Швеция короле, полководец, идара итеүенең күп өлөшөн Европалағы оҙайлы һуғыштарға бағышлай. Карл XII тәхеткә атаһы Карл XI үлгәс, 15 йәшендә ултыра һәм 3 йылдан һуң илде оҙаҡҡа ҡалдыра, Швецияны тулыһынса Төньяҡ Европала өҫтөнлөклө көс итеү маҡсатында 18 йылға һуҙылған күп һанлы хәрби кампанияларҙа ҡатнаша, әммә һөҙөмтәлә улар уны һәләкәткә һәм — иң мөһиме — Швецияның тар-мар ителеүенә, уның Балтикалағы биләмәләренең күп өлөшөнөң юғалыуына һәм уның икенсе дәрәжәләге хөкүмәткә әйләнеүенә килтерә.
Ҡыҫҡа факттар Зат, Гражданлыҡ ...
Ябырға
Уның ныҡышлығы менән һоҡланған яңысарҙар, Карл XII «Тимер баш» тигән ҡушамат таға (төр. Demirbaş)[9].