Каруанһарай
From Wikipedia, the free encyclopedia
Каруанһарай — Ырымбур ҡалаһындағы архитектура ҡомартҡыһы. Уны XIX быуатта Ырымбурҙа булған һәр кем ҡалаға үҙенсәлекле йәм биреп торған архитектура ҡомартҡыһы тип иҫкә ала[1].
Был терминдың башҡа мәғәнәләре лә бар, ҡарағыҙ: Каруанһарай (мәғәнәләр).
Ҡыҫҡа факттар
Иҫтәлекле урын | |||
Каруанһарай | |||
Ил | Рәсәй | ||
Ҡала | Ырымбур | ||
Бина тибы | каруанһарай | ||
Архитектура стиле | көнсығыш | ||
Проект авторы | Брюллов Александр Павлович | ||
Беренсе тапҡыр | 1836 йыл | ||
Төҙөлөшө | 1837—1844 йылдар | ||
Статус |
| ||
Каруанһарай Викимилектә |
Ябырға
1844
«Мин Һаҡмар аша сыҡҡан ваҡытта ҡояш яңы ғына байыған ине, алыҫта иң беренсе булып иҫ киткес манараһы менән ал төҫтәге мәсет күренде. Был Брюллов рәсемдәре буйынса төҙөлгән Каруанһарай», — тип яҙа 1847 йылда Ырымбурҙа һөргөндә булған Т. Г. Шевченко. Философия докторы Фёдор Базенер 1842 йылда Хиуанан Ырымбурға үтеп барышлай Каруанһарай тураһында «күҙҙең яуын алырлыҡ ҡарап туймаҫлыҡ гүзәл бина», тип яҙып ҡалдыра. Урта Азиянан ҡайтып барышлай 1929 йылда Ырымбурҙа булған А. В. Луначарский «Бик матур Каруанһарай, эсендә архитектур ҡомартҡыһы булғанға…», тип яҙа.