Китап графикаһы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Китап графикаһы — графика сәнғәтенең бер төрө. Уға, атап әйткәндә, китап иллюстрациялары, виньеткалар, заставкалар, башбиҙәктәр, тышлыҡтар, супертышлыҡтар һәм башҡалар инә. Боронғо һәм урта быуаттарҙан уҡ ҡулъяҙма китап менән һүрәт тарихы бәйләнеп килә, ә гравюра һәм литография үҫеше баҫма китаптан айырылмай. Боронғо донъяла шрифт барлыҡҡа килә, ул да графикаға ҡарай, сөнки хәреф график тамға булып тора.