Кнедлик
From Wikipedia, the free encyclopedia
Кнедлик - (чех knedlík, словак. knedľa) — ҡамырҙан йәки бәрәңгенән бешерелгән ризыҡ. Кнелик һыуға һалып йәки боҫта тотоп бешерелә. Кнедликтың эсенә берәй нәмә һалып та, һалмай ҙа әҙерләнә. Уларҙы йоморсаҡ йә оҙонса итеп әүәләйҙәр.
![Thumb image](http://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/3/32/Knoedel_mit_Goulasch.jpg/640px-Knoedel_mit_Goulasch.jpg)
Чехтарҙың һәм словактарҙың милли аш-һыуы төрө. Атама немец телендәге «knödel» һүҙенән килеп сыҡҡан, ул чех телендә XIX быуат башында нығынған[1].Кнедликтарҙың классик рецептары XIX быуаттағы Вена рецептарынан алынған, улар үҙгәрешһеҙ йәки әҙ генә үҙгәртеп Чехияла һәм Словакияла ҡулланылған.
Ҡайһы саҡ табынға үҙен генә айырым ризыҡ итеп бирәләр.
Кнедликтарҙы ҡамырҙан (чех houskové knedlíky) һәм бәрәңгенән (чех bramborové knedlíky) эшләйҙәр. Шулай уҡ емеш менән бешерелә торғандары ла бар(чех ovocné knedlíky).