Компьютер уйыны
From Wikipedia, the free encyclopedia
Компью́тер уйыны — уйын процессын (геймплей) ойоштороу компьютер программаһы, уйын буйынса партнерҙар менән бәйләнешкә инеү компьютер программаһы, йәки үҙе партнер булып тора (Спарринг)[2][3].
Компьютер уйыны | |
Модель элементы | Super Mario Bros.[d], Pac-Man[d], Half-Life[d], Тетрис[d], Doom[d], Civilization[d], Spacewar! һәм Pong[d] |
---|---|
Вики-проект | Проект:Компьютерные игры[d] |
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр | 93 300 000 ± 99 999[1] |
Stack Exchange сайты | gaming.stackexchange.com |
Өлөшләтә тура килә | PC-игра[d] һәм видеоигра[d] |
Компьютер уйыны Викимилектә |
Хәҙер компьютер уйыны урынына видеоуйын (видеоигра) термины ла ҡулланыла, был терминдар синоним тип иҫәпләнә[4][5][к. 1]. Компьютер уйындарында, башлыса, уйын дисплей, йәки ғәҙәттәге телевизор экранында күрһәтелә (был осраҡта компьютер уйындары— видеоуйындар), компьютер уйыны тауышлы, телетайп һәм башҡаса ла булыуы мөмкин[2][3].
Компьютер уйындары фильм һәм китаптар эстәлегенә нигеҙләнеп яҙыла; бының киреһе лә булыштыра. 2011 йылдан башлап, компьютер уйындары АҠШ-та закон нигеҙендә айырым сәнғәт төрө тип иҫәпләнә.
Компьютер уйындары йәмғиәткә шул хәтле көслө йоғонто яһай, хатта бөгөнгө информация технологияларында ғәмәли (прикладной) программа менән тәъмин итеүҙә геймификация тенденцияһы күҙәтелә[7][8].