Конституция
илдең төп законы / From Wikipedia, the free encyclopedia
Конститу́ция (лат. constitutio — «төҙөлөш, ҡоролош») — илдең төп законы, дәүләттең йәки федератив дәүләттә территориаль берәмектең, шәхестең сәйәси, хоҡуҡи, иҡтисади статусын билдәләгән юғары юридик көскә эйә булған норматив-хоҡуҡи акты. Ул дәүләттең сәйәси, хоҡуҡи һәм иҡтисади системалары нигеҙен билдәләй[1].
Конституция — илдәге йәмғиәт һәм дәүләт ҡоролошон, һайлау системаһын, дәүләт органдарының төҙөлөш һәм эш принциптарын, граждандарҙың хоҡуҡтарын, бурыстарын билдәләгән төп закон. Күпселек илдәрҙә Конституция Учредительное собраниела йәки референдум юлы менән ҡабул ителә.
Матди иәғәнәлә Конституция — дәүләттең юғары органдарын, уларҙың формалашыу һәм эшләү тәртибен, үҙ-ара мөнәсәбәттәрен һәм компетенцияларын, шулай уҡ индивидтың дәүләт власына мөнәсәбәтенең принципиаль бурыстарын билдәләгән хоҡуҡи нормалар тупланмаһы.
Йәмәғәт килешеүе теорияһы Конституцияны халыҡ менән дәүләт араһындағы килешеү тип билдәләй, унда дәүләттең формалашыуы һәм яҡтарҙың мөнәсәбәте тәртибе асыҡлана.
Хоҡуҡиәттә был терминдың юридик һәм фактик билдәләмәһен айыралар. Юридик конституция — йәмғиәттәге мөнәсәбәттәрҙең билдәле мөхитен көйләүсе хоҡуҡи нормалар системаһы. Фактик конституцияны ғәмәлдәге мөнәсәбәттәр билдәләй[2].