From Wikipedia, the free encyclopedia
Косово урмандары —Косово Республикаһыһының урман хужалығы объекттары. Бөтә ил майҙанының 41 % тәшкил итә[1][2]. Урмандарҙың күп өлөшө көньяҡ-көнбайыш төбәктәрҙә, шул иҫәптән Печ, Дечани, Исток, Юник һәм Джяковица ҡалалары тирәһендә урынлашҡан[3]. Урмандар Косово Конституцияһының айырым статьялары менән һаҡлана[4]. Косовола бер нисә төр урмандар бар, ҡарағай урмандары өҫтөнлөклө булып тора[5].
Косово урмандары |
Косовоның бөтә урмандары бай флора һәм фаунаға эйә, был барлыҡ Балкан төбәге өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Флораһы Балкан флораһының 25 % самаһын тәшкил итә[6]. Иң мөһим биотөрлөлөк төбәктәре булып Шар-Планин һәм Албан Альптары тора[7]. Косово урман массивтары миҙгел янғындарынан һәм законһыҙ ҡырҡыуҙарҙан зыян күрә[8][9].
Косово урмандары дөйөм дәүләт әһәмиәтенә эйә һәм тиҫтәләгән закон менән яҡланған[10]. Уларҙың майҙаны 464 800 гектар (1 148 456 акр), шул иҫәптән 278 880 гектар (689127 акр) урман хужалығының Косово агентлығы ҡарамағындағы йәмәғәт милке булып тора, ә 185 920 гектарҙы (459 418 акр) шәхси милекселәр контролгә алған[11].
Урмандар Косово климатына йоғонто яһай һәм тупраҡты эрозиянан һаҡлау хеҙмәтен үтәй. Урман массивтарының майҙаны 40 млн м² самаһы, тығыҙлығы гектарға 90 м³ ағас тәшкил итә[11]. Ылыҫлы һәм япраҡлы урмандарҙан ғибәрәт[12].
Косово урман хужалығы агентлығы мәғлүмәттәре буйынса таблицала урмандар классификацияһы килтерелә[13]:
Урман төрҙәре | Майҙан гектар | Бөтә урмандар майҙанынан % |
---|---|---|
Таулы урмандар | 66 000 | 15 % |
Уйһыу урмандар | 179 000 | 42 % |
Икенсел урмандар | 82 000 | 20 % |
Ҡыуаҡлыҡтар | 103 000 | 23 % |
Косово урмандарының яртыһында ағастарҙың уртаса йәше 0—20 йыл араһына тура килә, икенсе яртыһын 20-40, 40-60, 60-80 йәшлек ағастар бер тигеҙ өлөшкә бүлеп биләй[13]. Дәүләт һәм шәхси урмандарҙың өстән ике өлөшөндә үҫкән ағастарҙың олон диаметры уртаса 7 сантиметрҙан ашыу.
Косово урмандарның ҡайһы бер киң таралған төрө:[15]:
Косово территорияһының яртыһы тиерлек урман менән ҡапланған, был урмандарҙың йыллыҡ үҫешен етәрлек кимәлгә еткерә. Дөйөм ағас запасы 40 млн м3 баһалана. Йыл һайын яҡынса 1,3 млн м3 арта, йәки гектарына яҡынса 3 м3 тәшкил итә. Шул уҡ ваҡытта, ағасҡа булған йыллыҡ ихтыяж һәм уны ҡулланыу яҡынса 1 млн м3 етә[16]. Был ихтияж утындың илдә иң таралған йылылыҡ сығанағы булыуы менән аңлатыла. Шулай итеп, Косово урманының ағас запасы йылына уртаса 300 000 м3 арта. Әммә, Косово урмандарының дөйөм торошон эксперттар ыңғай баһаламай[17].
Косово территорияһы яҡынса 4,39 % һаҡланыусы тәбиғәт биләмәһе булып тора[18][19]. Тәбиғәт ҡурсаулыҡтары, төбәк парктары, тәбиғәт ҡомартҡылары һәм милли парктар статусында булған 97 билмә бар. Майҙаны буйынса буйынса иң ҙуры Шар-Планин тауы 60 000 гектар (148 300 акр). Был билмәләрҙән башҡа Төньяҡ-Албан Альпты милли паркы итеү планы бар[18].
Ҡайһы бер тораҡ пункттар урман эсендә урынлашҡан. Уларҙың күбеһе Косовоның көньяҡ-көнбайыш өлөшөндә, Шар-Планин тауҙарына һәм Төньяҡ-Албан Альптарына тура килә. Штерпце, Юник һәм Драгаш муниципалитеттары урмандарға яҡын урынлашҡан, уларға тотош урмандарҙа ятҡан ҙур булмаған бер нисә тораҡ пункт ҡарай. Косовоның башҡа күп өлөшөндә күп ауылдар өлөшләтә урмандарҙа урынлашҡан. Лепосавич коммунаһы шулай уҡ Колаоник тау массивының һирәк урманлы еренә яҡын урынлашҡан.
Урмандарҙы һаҡлау буйынса төп закон Косово Ассамблеяһы тарафынан 2003 йылда раҫлана[20]. Косово Республикаһы Конституцияһы ла шулай уҡ урмандар элек раҫланған закондарға ярашлы һаҡланырға тейеш тип билдәләй[21]. Шул ваҡыттан алып күп һанлы башҡа хоҡуҡи акттар, шул иҫәптән тирә-яҡ мөхитте һаҡлау һәм территориаль планлаштырыу тураһындағы закондар ҡабул ителгән, әммә ул закондар етерлек кимәлдә эшләмәгән. Урмандарҙы законһыҙ файҙаланыу төп проблема булып тора. Бынан тыш, урман массивтарын күпләк ҡырҡыу урман массивтарында юғала барыусы флора һәм фауна төрҙәре өсөн ҡурҡыныс тыуҙыра[22].
Косово урмандарының Аҡ Дрин йылғаһы аша Урта диңгеҙ климаты йоғонтоһо арҡаһында флораһы һәм фаунаһы бик бай[24]. Был юҫыҡта Шар-Планин һәм Төньяҡ-Албан Альптары Косовоның биотөрлөлөгө өлкәһендә иң мөһиме булып тора[7]. Шар-Планиндың һирәк урмандарында 86 төр үҫемлек, Төньяҡ-Албан Альптарында 128 төр үҫемлек үҫә[25].
Косово урман флораһы күп төрлө[7]. Ул бөтә Балҡан төбәге өсөн әһәмиәткә эйә. Үҫемлектәре Балкан флораһының 25 %,Европа флораһының 18 % тәшкил итә[26]. Урта диңгеҙ климатының йоғонтоһо аҫтында ҡайһы бер үҫемлектәр, шул иҫәптән терпентин ағасы (Pistacia terebinthus), ҡырағай спаржа (Asparagus acutifolius), әсе ломонос (Clematis flammula) һәм алтей һымаҡ сырмалсыҡ (Convolvulus althaeoides) Косовола ла үҫә[27].
Косово урмандарында таралған башҡа төрҙәре урта диңгеҙ климатына хас[27]:
Агентлыҡтың мөхитте һаҡлау классификацияһы буйынса Косово урмандарында үҫкән бер нисә төр үҫемлеккә юҡҡа сығыу ҡурҡынысы янай[6]:
Косово рельефының төрлөлөгө, уңайлы географик урынлашыуы һөҙөмтәһендә хайуандар донъяһы бай. Сар тауҙарында, Төньяҡ-Албан Альптарында, Копаонике һәм Мокнала урынлашҡан урмандарҙа хайуандар күп төрлөлөгө менән айырыла[28]. Косовола 11 тәбиғәт ҡурсаулығы урынлашҡан[29], уларҙа түбәндәге төрҙәр тереклек итә[28][30][31]:
Косово урман хужалығы агентлығы, ауыл хужалығы, урман хужалығы һәм Косово хөкүмәтендә ауыл райондары үҫешенең министрлығы өлөшө Косово урмандары идаралығы өсөн һәм урман менән бәйле мәсьәләләр өсөн яуаплы учреждение булып тора. Уның статусы урмандар тураһында закон тарафынан бирелә[20], һәм агентлыҡ бер нисә бүлексәнән тора, улар урман хужалығын алып барыу менән эш итә..
Дөйөм 40 млн м3ағас запасынан яҡынса 1 млн м3 йыл һайын йылытыу өсөн ҡулланыла. Ағастың ҡулланыу йәки экспорт өсөн ҙур потенциалы бар, әммә бары тик ҙур булмаған өлөшө генә сәнәғәт маҡсаты өсөн ҡырҡыла. Тик 70 000-80 000 м3 самаһы ағас һуңғы тиҫтә йыл дауамында сәнәғәттә ҡулланылған, шул уҡ ваҡытта был сумманы ике тапҡыр арттырырға тигән тәҡдим бар[11].
Урмандар, ҡағиҙә булараҡ, йәйге осорҙа янғындарға дусар була. Һуңғы тиҫтә йыл дауамында, иң ҙур янғын осраҡтары 2007 йылда теркәлгән, 5 000 гектар тирәһе (12 350 акр) ерҙәр, тәбиғәт һәм кеше факторы һөҙөмтәһендә зыян күргән[32][33]. Был хәл икенсе йәйҙә лә ҡабатлана[34]. Бынан тыш, урман янғындары ҡайһы бер башҡа стихиялы бәлә-ҡазаларға ла килтереүе ихтимал, шул иҫәптән ишелмәләргә лә. Шуға ҡарамаҫтан, бәлә-ҡазаларҙы булдырмау өсөн саралар күрелә[35], әммә бәлә-ҡазаларҙың тағы ҡабатланыу хәүефе бар. Бынан тыш, был янғын һөҙөмтәһендә, флора һәм фауна даими рәүештә хәүеф аҫтында була.
Косовоның дәүләт ҡарамағындағы урмандарҙың 40 % һәм шәхси урмандарының 29 % законһыҙ ҡулланыла[9]. Шар урмандарына ҡарат закон боҙоуҙар күп. 2008 йылда 1800 м3 самаһы ағас законһыҙ ҡырҡылған, ярты миллион евро күләмендә финанс зыян булған[36]. Урманды законһыҙ ҡулланған өсөн 2010 йылда судҡа 7 600 самаһы дәғүә тапшырылған, әммә дәғүәләрҙең аҙ өлөшө генә тикшерелгән һәм ҡарар ҡабул ителгән[37][38]. Урмандарҙы законһыҙ ҡулланыу экологияға етди хәүеф тыуҙыра. Бындай эшмәкәрлек һөҙөмтәһендә, урмандар урынына ауыл хужалығы ерҙәре барлыҡҡа килә[39].
Урман биләмәләрен законһыҙ ҡулланыуҙы булдырмау һәм бында эшмәкәрлектән яфаланған биләмәләрҙе асыҡлау маҡсатында бер нисә хөкүмәт проекты башҡарыла. Урмандарҙы һаҡлау маҡсатында Европа Союзының һәм Косово хөкүмәтенең берлектәге проекты ойошторола. Бындай саралар ыңғай һөҙөмтә бирер тип көтөлә[40].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.