Кроссворд
From Wikipedia, the free encyclopedia
Кроссворд (ингл. Crossword — һүҙҙәр киҫешеүе) — һүҙҙәрҙең мәғәнәһе буйынса үрелгән рәттәргә һүҙҙәрҙе тултырыу менән бәйле башватҡыс[1]. Нумерлы сатраштарға тейешле һүҙҙәр табып яҙыуҙы талап иткән башватҡыс[2]; сатраштарға тейешле һүҙҙәр табып яҙыуҙан ғибәрәт булған башватҡыс уйын[3]; «Кроссворд» инглиз теленән «арҡыры-буйлы киҫешеүсе» тигәнде аңлата.
Ғәҙәттә, башватҡыс фигура аҫтында, һүҙҙең горизонталь шаҡмаҡтар буйынса мәғәнәһе, һуңынан вертикаль шаҡмаҡтар буйынса мәғәнәһе бирелә[4].